Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
9 Апрель 2021, 12:10

Таныптар ҡорға йыйылды

Танып ырыуының мең йыллыҡ тарихына күҙ һалып...

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт йортонда Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Танып ырыуы башҡорттары йыйыны үтә. Унда Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле, Асҡын райондары вәкилдәре ғалимдар менән бергә ырыу тарихы тураһында һүҙ алып бара. Шулай уҡ йыйында Танып ырыуының советы, уның ҡор башы, гимны, гербы ҡабул ителә.
Башҡорт халҡы борон-борондан аймаҡ, ырыу, иләүҙәр булып йәшәгән, ҡырҡлап ырыу бүленеше булған. Рус дәүләтенә ҡушылғас та, ырыуҙар волость сифатында үҙҙәренең ерҙәрендә көн итеүҙе дауам иткән. Биләмә-ырыу буйынса бүленеш XV-XVI быуаттарға тиклем һаҡланып килгән. Танып, Бөрйән, Ғәйнә, Юрматы ырыуҙары менән бер рәттән, төп боронғо ырыуҙарҙан иҫәпләнә, ти ғалимдар. Танып башҡорттары берләшмәһенә Ҡыр- йәки Ҡара-Танып һәм Һыу-Танып, шулай уҡ электән үҙ аллы булған Ҡаҙансы һәм Ҡайпан ырыуҙары инә. Р.Ғ. Кузеевтың “Башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүе” тигән китабында Ҡаҙансы һәм Ҡайпан ырыуы халҡының ҡыпсаҡтар урманлы төньяҡҡа күсенгәндә таныптарға ҡушылыуы тураһында яҙыла. Кузеевҡа билдәле булмаған, һуңынан асылған документтар, айырыуса Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейеков яҙғандарҙан сығып, башҡаса фекер йөрөтөргә була. Ғәли Соҡорой (1826-1889 йылдар), бик күп шиғри һәм дини китаптары менән бер рәттән, Ҡара-Табын ырыуының шиғри формала шәжәрәһен һәм прозала тарихын яҙып ҡалдырған. Немец тикшереүсеһе Михаэль Кемпер Ғәли Соҡоройҙың “боронғо аҫыл нәҫел” — ирәктеләрҙән булыуын иҫбатлай. Уның фекеренсә, Ирәкте ырыуы башҡорт ырыуы Табындың иң ситтәге көнбайыш филиалы, улар Ҡазан ханлығы менән сиктә гарнизон хеҙмәтендә булған (“ирәкте” — “ҡәлғәлә хеҙмәт итеүсе”). Ғәли Соҡорой, риүәйәттәргә таянып, түбәндәгене хәбәр итеп ҡалдырған: “Беҙҙең бабабыҙ Майҡы бей Сыңғыҙхандың вәзире булған, уның менән бер арбала йөрөгән, шуға күрә уға Уйшин Майҡы бей тигән ҡушамат биргәндәр... Уның өсмө, дүртме улы булған, ул уларҙы өйрәткән, үҙе менән сәйәхәттәргә, походтарға йөрөткән. Беренсеһенең исеме — Ҡара-Табын бей, икенсеһенеке — Байҡы бей, өсөнсөһө — Балыҡсы бей”. (Әйткәндәй, Кейеков нәҫелен дауам итеүселәр беҙҙең районда ла йәшәй, Роза һәм Марат Әсләмовтар әсәйҙәре Зәйтүнә яғынан — Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейеков вариҫтары).
Башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, тарихсы һәм яҙыусы Ғарифулла Кейеков (1861-1918 йылдар) 1913 йылда “Шура” журналының 10-сы һанында баҫылған “Иҫке шәжәрәнән” тигән мәҡәләһендә: “Ҡара-Табын йәки Ҡарағәзиз ҡушаматлы Ҡарасының беренсе улы — Балыҡсы — мин был турала әйткәйнем инде! Ә уның тағын дүрт улы: беренсеһе — Танып, икенсеһе — Унлар, өсөнсөһө — Елдәк, дүртенсеһе Йәнсәйет була. Балыҡсының өлкән улы Таныптан ике ул: береһе — Ҡайпан, икенсеһе — Янапай исемле”. Был шәжәрә яҙмаларында, күреүегеҙсә, Ирәкте, Балыҡсы, Байҡы, Танып, Ҡайпан, Елдәк, Унлар кеүек төньяҡ башҡорт ырыуҙарын бер тамырҙан килеп сыҡҡан, тип берләштереү ынтылышы бар.
Табын ырыуы башҡорттарының нәҫел башлаусыһы итеп күрһәткән Майҡы бей — ысын тарихи шәхес. Майҡы бей, йәки Байҡу әмир оҙаҡ йәшәгән: Сыңғыҙханға, унан уның улы Жуси ханға, ейәне Бату ханға хеҙмәт иткән. Майҡы бей үҙе төрлө этник төркөмдәрҙе берләштергән Уйшын ырыуынан булған. “Табын” һүҙе лә монгол теленән тәржемә иткәндә “биш” тигәнде аңлата. Ирәкте һәм Балыҡсы ырыуҙары Табын ырыуының тармаҡтары, тип иҫбатлаған ғалимдар. Танып ырыуы һәм Танып волосы ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Ғәли Соҡоройҙың шиғри шәжәрәһендәге:
“Ҡара Танып та ер вирде,
Ҡара Табын — атам дирде,
Ирәктене ағам дирде,
Былар — бер зат бары, сырпай”, — тигән юлдарға таянып, тарихсылар “Башҡорт ырыуҙары тарихы” тигән китапта: “... таныптар Башҡортостандың төньяғында XVI быуаттың икенсе яртыһында унда килгәнсе бик күп йылдар элек йәшәгән. Шуға күрә, Ҡайпан һәм Ҡаҙансы волостары менән бер рәттән, Танып волосын Табын ырыуы шәжәрәһенә индереү яһалма һәм бөтөн төньяҡ башҡорт ырыуҙарын бер нәҫел ағасына берләштереү маҡсатында эшләнгән”, — тип йомғаҡ яһала.
Танып волосы башҡорттары Аҡбирҙе Сысҡанов һәм Йәнсуба Йәнбәков араһындағы ер бәхәсен айырғанда 1627 йылдың 8 авгусында Өфө воеводаһы И.И. Чичерин тарафынан эшләнгән “наказной память” документының ситенә XVIII быуатта өҫтәп яҙылып ҡуйылған аңлатма бар: “Табын волостары һәм уның ерҙәре”. Танып волосы Табын волосының бер өлөшө тип һаналған. Әммә башҡорт хәрби начальнигы Ҡолой Балтасевтың төрлө документта төрлөсә:
(Башы. Аҙағы 3-сө биттә).
Ҡара-Табын йәки Ҡыр-Танып йәки Һыу-Танып волосы старшинаһы тип яҙылыуын бер нисек тә аңлатып булмай. Был бер үк исемдәрме, әллә үҙ-ара бәйләнгәнме?
Юғарыла исемләнгән бәхәс айырыу менән бәйле документта шул уҡ волость кешеһе Йәнйегет Ҡайпанов та иҫкә алына. Ҡайпан ауылы һәм Ҡайпан волосын, тимәк XVI быуатта йәшәгән кеше — Танып волосы башҡорто Ҡайпан ойошторған, тиһәк тә була. Шәжәрәләргә ышанған осраҡта, ул Балыҡсы бейҙең улы, Ҡара-Табын бейҙең ейәне, Майҡы бейҙең нәҫеленән булып сыға. Әниф һәм Әлфис Ғаязовтарҙың “Ҡаҙансылар иле” тигән китабында Иҫке Ҡаҙансы ауылы аҡһаҡалдарынан яҙып алынған риүәйәт килтерелә. Риүәйәт буйынса, Ҡаҙансы бей Сыңғыҙхандың полководецы булған, Ҡыйғаҙы һәм Ҡайпан — уның улдары. Ҡаҙансы бей, Ғаязовтар фекеренсә, өс ауылды нигеҙләгән: Асҡын районындағы Иҫке Ҡаҙансыны, Борай районындағы Елдәкте, Мишкә районындағы Оло Шаҙыны. Ысынында, Сыңғыҙхандың Ҡаҙансы исемле полководецы булмаған, ә бына уның нәҫелен дауам итеүсе Туҡтамыш хандың әмирҙәре араһында Ҡаҙансы бар, уның ғәскәрҙәре Дағстанға һәм Әзербайжанға Тамерланға ҡаршы ебәрелә. Шулай уҡ Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә лә Ҡаҙансы исеме бар. Мәләүез районында Кинйә Арыслановтың тыуған ауылы Арысландың икенсе исеме — Танып. Был ауыл кешеләре Ҡыпсаҡ ырыуынан. Пермь крайының Ҡуйыҙа районында Ҡыпсаҡ ауылы бар. Был факттарға ҡарап ғалимдар ҡыпсаҡтарҙың төньяҡҡа күсеп килеүе тураһында фаразлай. Шулай итеп, ҡаҙансыларҙың барлыҡҡа килеү тарихы асылып бөтмәгән әле.
Ҡара-Табын ырыуы башҡорттары араһынан барлыҡҡа килгән таныптар XV быуатта Урал аръяғынан әлеге Башҡортостандың төньяғына килеп ултырған. Көнбайыш башҡорттарының был төркөмө Танып, Балыҡсы, Ирәкте волостарына бүленгән. Унан Танып волосынан Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Ҡайпан һәм Ҡаҙансы волостары барлыҡҡа килгән. Танып ырыуы башҡорттары әлеге ваҡытта Балтас, Ҡариҙел, Тәтешле, Асҡын райондары ауылдарында йәшәй. Күренекле шәхестәребеҙ: Ҡара-Табын волосы старшинаһы Ҡолой Балтасев, педагогик фәндәр докторы, профессор Әлфис Ғаязов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зөлфирә Фәрхетдинова, башҡорттарҙың беренсе тел ғалимы, филология фәндәре кандидаты Әбүбәкер Усманов, Советтар Союзы Геройҙары Мирзалихан Ғәбитов, Нурулла Сафин, СССР-ҙың халыҡ табибы Әминә Бәкерова, донъя чемпионы Фәнил Мөхәмәтйәнов — Танып ырыуы башҡорттары. Был исемлекте бик оҙон дауам итеп була, әлбиттә.
Балтас районы Илекәй ауылы аҡһаҡалы Әнғәм Мостафин (һүрәттә) был турала күптәндән тарихи материалдар туплай. Ул, Илекәй ауылын Танып ырыуы башҡорттарының тәүге ауылы, уның мең йыллыҡ тарихы бар, тип иҫәпләй. Шулай уҡ Балтас районының Маты, Штәнде, Тушҡыр ауылдарында ла үҙ тарихтары менән ҡыҙыҡһынған, шәжәрәләрен төҙөгән кешеләр бихисап.
(Материалдар бер төркөм ғалимдар авторлығында 2014 йылда донъя күргән “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Танып. 6-сы том” китабы буйынса әҙерләнде).
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: