Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
9 Апрель 2021, 12:26

Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләне

Өфөлә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ауылдар дүрт категорияға бүленде: эре, ҙур, урта, бәләкәй. Тәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Айыҡ ауыл»дың финалына үткән 12 ауылдың экспозициялары менән танышты.

Район хакимиәттәре башлыҡтары һәм ауыл халҡы Радий Хәбировҡа ауылдарҙың тарихы, грант аҡсаһын нимәгә тотонорға йыйыныуҙары тураһында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтырғы конкурс йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы бүләк фондын арттырҙы, һөҙөмтәлә дөйөм бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итте. Еңеүселәргә 5 миллион һум тапшырылды, икенсе урынға – 3 миллион һум, өсөнсө урынға – 2 миллион һум.
Бүләкләү тантанаһын асып, республика етәксеһе «Айыҡ ауыл» конкурсын бик халыҡсан булыуын билдәләне.
«Илебеҙҙең башҡа төбәк башлыҡтары менән аралашҡан ваҡытта мин һәр ваҡыт республикабыҙҙа халыҡтың яҡынса 40 проценты ауылда йәшәүе тураһында ғорурланып һөйләйем. Ауылда йәшәгән кешеләр – ауылдың йәне ул. Ауылдың үҫеше, яңы ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, балалар тыуыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. «Айыҡ ауыл» конкурсына яңы көс бирҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала суррогат алкоголь күп һатыла башланы, хәмерҙән ағыуланып үлеү осраҡтары артты. Ҡайһы бер райондарҙа суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы «хәрби операциялар» ойошторорға тура килде. «Айыҡ ауыл» конкурсы ла ошо йәһәтттән беҙгә ярҙам итте. Конкурс халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерә. Ҡыҙыҡһыныу бар, кешеләр яҡшыраҡ йәшәргә теләй. Конкурс күп милләтле», — тине Радий Хәбиров.
Меңдән ашыу кеше йәшәгән эре ауылдар араһында беренсе урынды Учалы районы Илсе ауылы яуланы, икенсе урында – Өфө районы Шамонин ауылы, Тәтешле районы Шүлгән ауылы өсөнсө урынды алды.
Ҙур ауылдар араһында беренсе урында – Күгәрсен районы Исем ауылы, икенселә – Бөрө районы Бахтыбай ауылы, өсөнсөлә – Әбйәлил районы Таштимер ауылы.
Урта ауылдар категорияһында: Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы, Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы һәм Бөрйән районы Брәтәк ауылы.
Бәләкәй ауылдар араһында Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы еңеү яуланы, «Айыҡ ауыл»дың көмөш призерҙары – Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында йәшәүселәр, өсөнсөлә – Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы.
Еңеүселәр һәм призерҙар финалсылар дипломы һәм аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Әйткәндәй, 12 финалсы араһында тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторолдо. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы республика халҡы билдәләне.
Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: