Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
9 Апрель 2021, 16:47

“Мин – Асҡын башҡорто!”

Танып ырыуы вәкиле Зөһрә Арсаева 23 йыл ғүмерен радиожурналистикаға арнаған

Кем беҙгә һәр көн иртән, иң тәүгеләрҙән булып, республикабыҙҙағы һауа торошо һәм тормошобоҙҙа барған өр-яңы яңылыҡтар хаҡында хәбәр итә? Әлбиттә, радио, аныҡлабыраҡ әйткәндә, “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте. Уның етәксеһе Зөһрә Арсаева иһә 23 йыл тормошон ошо бик үҙенсәлекле, серле радиоға арнаған.
Республикабыҙҙағы бик матур төбәктәрҙең береһендә – Асҡын районының Башҡортостан ауылында – тыуып үҫкән Зөһрә Арсаева. “Мин – ябай ауыл ҡыҙы. Үҙебеҙҙә башланғыс мәктәп кенә булды. IV класҡа күрше Иҫке Ҡаҙансы ауылына уҡырға барҙыҡ. Ике ауыл араһы – биш километр. Көн һайын иртән ҡыҙҙар һәм малайҙар йәйәүләп мәктәпкә йөрөйбөҙ, дәрестән һуң өйгә ҡайтабыҙ. Туҡтауһыҙ һалҡын ямғыр яуһа ла, көслө буран сыҡһа ла... Дәрес ҡалдырған саҡтар һирәк булды. Йәйәү йөрөү иһә үҙенә күрә бер сынығыу мәктәбе булды”, – тип хәтерләй Зөһрә үҙенең мәктәптә белем алған йылдарын.
Бар башланғыстарға нигеҙ ғаиләлә һалына. Был хаҡта һәр кем яҡшы хәбәрҙар. Арсаевтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала үҫә. Зөһрәнең атаһы Фәнил ағай гәзит хәбәрсеһе була. Бер ваҡыт яҙмыш елдәре уны Бөрйән яҡтарына илтә. Тап ошо райондың Ҡыпсаҡ ауылында ул Менәүәрә исемле бик матур ҡыҙға ғашиҡ була. Йәштәр өйләнешә. Башҡортостан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Алыҫ яҡтан килеп, ауыл кибетендә һатыусы булып эшләгән киленде бик тиҙ үҙ итәләр, хөрмәт итәләр. Әйткәндәй, башҡа ғаиләләрҙән айырмалы, ҡыҙҙың әсәһе менән атаһы киң матбуғат баҫмаларын ҡосаҡ-ҡосаҡ яҙҙырып уҡыр булған. “Атайым республикала сыҡҡан бихисап гәзит-журналдарҙы алдырыр ине. Беҙ “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”), “Пионер” (Аманат”), “Ағиҙел”, “Башҡортостан”, “Йәшлек” кеүек баҫмаларҙы уҡып үҫтек. Татарстанда сыҡҡан матбуғатты ла ала инек. Өйөбөҙҙә әҙәби, шулай уҡ әкиәт китаптары күп булды. Улар ҙа кешене рухи йәһәттән үҫтерә, байыта, – ти Зөһрә. – IX класта уҡығанда “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе” таныҡлығын тапшырҙылар. Әйткәндәй, баҫманың ул йылдарҙағы баш мөхәррире Ғималетдин Яруллин – беҙҙең район кейәүе. Ғималетдин ағайға сикһеҙ рәхмәтлемен. Уны остаздарымдың береһе тип иҫәпләйем. Университеттың I һәм IV курстарында “Йәншишмә”лә практика үттем. Уның кәңәш-тәҡдимдәре бөгөнгө эшемдә лә ярҙам итә”.
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә белем алғанда стена гәзиттәрен сығарыуҙа ла әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙға “Йәш хәбәрсе” тигән таныҡлыҡ та тапшырылғас, уның күңелендә киләсәктә мотлаҡ журналист булам тигән уй-маҡсат оялай. "Беренсе урын. Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡыусыһы Зөһрә Арсаеваға тапшырыла..." Танылған ғалим, фольклорсы Салауат Ғәлиндың ҙур сәхнәнән әйткән ошо һүҙҙәрен бер ҡасан да онотмайым. Был ваҡиға 1992 йылда булғайны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында еңеү яуланым, – ти Зөһрә Арсаева. – Ярыш Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтте. Бүләкләү тантанаһы ла шунда уҡ ойошторолдо. Ошо ваҡиға ҡанаттарымды тағы ла нығыта төштө. Башҡорт дәүләт университетының журналистика һәм филология факультетына уҡырға барасағыма шикләнмәй инем инде...”
Һәм мәктәп йылдарында ҡайҙа барһа ла, нимә күрһә лә, уларҙы ҡағыҙға теркәргә һәм яҙмаларын төрлө гәзит редакцияларына ебәрергә күнегеп китә ҡыҙ. Һөҙөмтәлә мәктәпте тамамлағанда уның мәҡәләләре бер альбомлыҡ булып тупланған була. Тап бына ошо яҙмалары менән ул бала сағынан белем алырға тип хыялланған Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына йүнәлә. Яҙмыш уға юлын аса: имтихан-конкурстарҙы уңышлы үткән Зөһрәнең ҡасандыр буй етмәҫлек тойолған маҡсаты бойомға аша. Шулай итеп, ҡыҙ студенттар тормошо менән ҡайнап йәшәй башлай. “Башҡорт дәүләт университетынан һуң, Башҡортостан радиоһына эшкә барҙым. Бөгөн иһә ошо радио нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Юлдаш”та хеҙмәт итәм. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында эшләүемә быйыл – 23 йыл”, – ти Зөһрә Арсаева.
Эйе, бынан ике тиҫтәнән ашыу йыл элек ҡыҙ үҙен радиожурналистикала күргеһе килә. Бәхеткә күрә, ул саҡта сәйәси-ижтимағи “Даирә” тапшырыуын эфирға сығарыусы Тәнзилә Үлмәҫбаева төрлө биремдәр биреп һынап ҡарай ҡыҙҙы. Ошондай һынауҙарҙы бик уңышлы үткәс, Зөһрә радиоға эшкә алына. Уның “Мәнфәғәт”, “Хәбәрсе яҙмалары”, “Асыҡ студия”, “Йәнтөйәк”, “Башҡортостанда эшләнгән” тапшырыуҙарын радиотыңлаусылар йылы ҡабул итә. Бөгөн Зөһрә Арсаева – “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте етәксеһе. Башҡортостаныбыҙҙа барған барлыҡ яңылыҡтарҙы халыҡҡа дөрөҫ һәм үҙ ваҡытында еткереү өсөн яуап бирә. Бынан тыш, халыҡ хәбәрселәре лә үҙҙәрен борсоған яңылыҡтар менән сығыш яһай. “Атайым тураһында һөйләйем” тигән тапшырыуҙың авторы ла Зөһрә Арсаева.
Шуныһы һөйөнөслө: эше лә, тормошо ла бер кимәлдә матур үрелеп бара Зөһрәнең. Тимәк, ваҡытты ла, эште лә дөрөҫ бүлә ул. “Радиола эшләгәндә кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем – курсташым Рафиҡ Әхмәтшин. Ул – Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе, – ти Зөһрә. – Мортаза исемле улыбыҙ, Фатима исемле ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Еңеүҙәрем, уңыштарым да радиолағы хеҙмәттәрем өсөн. Әйткәндәй, радио күп кешеләр менән таныштырҙы, осраштырҙы. Ул – йәшәү мәғәнәм, яҙмышым, тормошом. Уға сикһеҙ рәхмәтлемен”.
Тыуған ер — һәр башланғыстың төп нигеҙе, ул йөрәккә иң ҡәҙерле урын. Ҡанатлы итә, илһам бирә, көсөңдө арттыра. “Мин – Асҡын башҡорто, Танып ырыуы вәкиле! Бында бик ихлас, киң күңелле, уңған һәм тырыш халыҡ йәшәй. Беҙҙең яҡтың һөйләше лә үҙенсәлекле бит. Әҙәби телгә бик яҡын, әммә “с” урынына – “ч” хәрефе, “һ” урынына “с” хәрефе менән һөйләшәбеҙ. Иптәшем Рафиҡ Әхмәтшин – Белорет районының Аҙналы ауылынан. Балаларыбыҙ Асҡын диалектын да, Белорет һөйләшен дә берҙәй яҡшы белә”, – ти ул.
Бала саҡтан ҡуйған уй-маҡсаттарыңа тоғро ҡалыу, тырышлыҡ, уңғанлыҡ кеүек сифаттар Асҡын ҡыҙына үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнеү генә түгел, ошо өлкәлә төрлө ҡаҙаныштарға ла юл асҡан.
Зөһрә Арсаева – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһы, “Төрксой” халыҡ-ара мәҙәниәттәр ойошмаһының журналистар премияһы лауреаты.
Көн һайын Зөһрә Фәнил ҡыҙы һәм уның хеҙмәттәштәре әҙерләп хәбәр иткән яңылыҡтарҙы радио тыңлаусылар көтөп ала. Шулай итеп, бала саҡ хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы, көн һайын яратҡан эшең менән шөғөлләнеү һәм һәр саҡ ҡәлғәң булыр ныҡлы, татыу ғаиләң барлығы үҙе сикһеҙ бәхет түгелме?!

Айһылыу НИЗАМОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: