Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
5 Апрель 2021, 10:04

“Ырыуҙар ҡоро”нда — балтастар!

“Сәләм, Республика!” проектының бөгөнгө “Ырыуҙар ҡоро” сығарылышында Балтас районынан Танып ырыуы вәкилдәре ҡатнашты.

“Сәләм, Республика!” проектының “Беҙ бергә” этабы дауам итә. Уның сиктәрендә аҙнаһына бер тапҡыр “Ырыуҙар ҡоро” ойошторола. Бөгөнгө сығарылышта һүҙ Танып ырыуы хаҡында барҙы.
Студия ҡунаҡтары — тарих фәндәре кандидаты, БР Фәндәр академияһының “Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ” Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Танып ырыуы вәкилдәре, мәғариф ветераны, шағирә, композитор Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ихсанова менән БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, шағирә, прозаик, Балтас районының Мәҙәниәт йорто директоры Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова һәм Танып ырыуы килене Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмова.
Бөгөнгө тапшырыуҙа улар Танып ырыуы тарихы, кейем үҙенсәлектәре, күренекле шәхестәре, әле генә ижад ителгән гимн һәм ырыуҙың башҡа атрибуттары хаҡында һөйләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 апрелдә Балтас район Мәҙәниәт йортонда Танып ырыуы вәкилдәре ҡорға йыйыла.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас: