Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
2 Апрель 2021, 14:18

Эстафета Танып ырыуы вәкилдәренә тапшырылды

Бөгөн Дүртөйлө ҡалаһында үткән Эске Йылан ырыуы республика йыйында эстафетаны Балтас районынан Танып ырыуы вәкилдәре ҡабул итеп алды.

Эске Йылан ырыуы йыйынында Балтас районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Әҙип ҡыҙы Ғасимйәнова һәм Танып ырыуы вәкиле, мәҙәниәт бүлегенең методик кабинет мөдире Венария Фәнүс ҡыҙы Сәхипова эстафетаны — ырыуҙар штандартын ҡабул итеп алды.
Делегация составында шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Хәмәтов һәм Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе директоры Эльмар Рәшит улы Ғәлимйәнов та ҡатнашты.
Танып ырыуының республика йыйыны 9 апрелдә Балтас район Мәҙәниәт йортонда үтәсәк.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: