Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
2 Апрель 2021, 12:34

Эске Йылан ырыуы башҡорто Назар Нәжми

Дүртөйлө районында Эске Йылан ырыуы башҡорттарының йыйыны башланды. Йыйын делегаттары һәм ҡунаҡтар иң тәүҙә район мәҙәниәт һарайында ойошторолған күргәҙмәләр менән танышып сыҡты.

Унда Дүртөйлө, Борай, Ҡалтасы, Илеш, Саҡмағош райондарынан килгән Йылан ырыуы оҫталарының ҡул эштәре, милли кейем һәм йорт йыһаздары өлгөләре, ырыу вәкилдәренең шәжәрәләре тупланған.


Дүртөйлө районының Миңеште ауылында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең йорт-музейы бар. Уның директоры Жәлил Сабиров йыйынға музейҙан бик бай экспозиция һәм әҙиптең шәжәрәһен алып килгән.


«Шәжәрәһен Назар Нәжми үҙе төҙөй башлаған, һуңынан ҡыҙы тулыландырған. Был шәжәрәлә халыҡ шағирының нәҫеле Бәшир исемле ата-бабаһынан башлана, нәҫел ағасында Миңеште ауылына күсеп килгән Яманғол да күрһәтелгән. Был шәжәрә буйынса Назар Нәжмиҙең нәҫеле Эске Йылан ырыуына ҡарай», — тип һөйләне Жәлил Сабиров.


Күргәҙмә менән танышҡандан һуң ҡунаҡтар тамаша залына уҙҙы. Артабан программа буйынса театрлаштырылған тамаша һәм пленар ултырыш ҡаралған.

Читайте нас: