Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
1 Апрель 2021, 10:15

Эске йылан ырыуы башҡорттары Дүртөйлө районында йыйыла

Иртәгә, 2 апрельдә Дүртөйлө ҡалаһында Эске йылан ырыуы йыйыны үткәрелә. Съезд Башҡорт тарихы йылы һәм «Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә уҙа.

Сарала «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы үҙ программаһын тәҡдим итә. Балаларға «Нурбостан» башҡорт телендә беренсе анимация фильмы күрһәтелә һәм «Эске йылан ырыуы зирәге» конкурсы ойошторола. Ҡыҙҙар һәм малайҙар анкета һорауҙарына ла яуап бирәсәк, был йәш быуынға ниндәй йәнһүрәт оҡшағанын аңларға ярҙам итер. Йосоп ауылы мәктәбе уҡыусылары төнъяҡ-көнбайыш диалектында «Шумер» йәнһүрәтен ҡараясаҡ. «Аҡбуҙат» журналы уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе үткәрә. Балаларҙы журнал менән таныштырасаҡтар, шәжәрә конкурсы тураһында һөйләйәсәктәр.

Ырыу йыйыны район мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ. Уның сиктәрендә «Ата-бабалар мираҫы» семинары һәм сигеү, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
https://vk.com/im?sel=141149232&w=wall-109622739_35343%2F2997803be03716e392
Читайте нас: