Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
16 Март 2021, 15:30

«Урал батыр мәктәбе» йыл һөҙөмтәләрен барланы

«Урал батыр мәктәбе» проекты үткән йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Уны «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан Башлығы грантына ойошторҙо. Проект авторы — билдәле педагог, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, уға Рәйсә һәм Фәнил Күзбәковтар ҙур ярҙам күрһәтә. «Урал батыр мәктәбе»нең идеяһы — үлемһеҙ эпостың васыяттары буйынса мәғрифәтселек эше алып барыу: экология темаһын күтәреү (ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереү, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу), ололар һәм мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыу, йәштәрҙе фәнни эшкә йәлеп итеү, эпос темаһына бәйле эссе һәм һүрәттәр конкурсы ойоштороу һәм башҡалар.

Бөгөн «Урал батыр мәктәбе»нең йомғаҡлау сараһы — «Рухиәт байрамы» үтте. Уның беренсе өлөшө Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы. Унда түңәрәк өҫтәлдә фекер алышыу, «Урал батыр» эпосы буйынса асыҡ дәрестәр ойошторолдо. Йомғаҡлау өлөшө иһә Милли йәштәр театрында уҙғарылды.

Баш ҡалаға «Урал батыр» эпосына бәйле конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, «Урал батыр мәктәбенең» уҡыу программалары бойомға ашырылған милли мәктәптәр, балалар баҡсалары етәкселәре, йәмәғәтселәр саҡырылды. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге төрлө бүләктәр, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ла ҡоролтай исеменән бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #УралБатыр #башҡорттар #ЭльвираАиткулова
Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: