Йәнтөйәк
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡоролтай һулышы
20 Февраля 2021, 11:55

Ҡариҙелдә унларҙар йыйылды

Республикала барған Ырыуҙар йыйыны кисә Ҡариҙел районында дауам итте. Бында Унлар ырыуы вәкилдәре йыйылды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ҡорҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына ярашлы үткәрелә.

Төп саралар район мәҙәниәт һарайында барҙы. Рәсми ҡунаҡтарҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социо-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, “Без – башҡортлар” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев һәм башҡалар булды. Йыйынға абруйлы ҡунаҡ – республика Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та килгәйне.
Сығыштарҙа Унлар ырыуының тарихы байҡалды. Ҡатнашыусылар Ҡариҙелдә йәшәгән башҡорттарҙың тарихи, рухи мираҫын һаҡлау, башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Йыйын аҙағында Унлар ырыуының ҡор башы һайлап ҡуйылды, гербы раҫланды.
Йыйын ваҡытында башҡорт милли тематикаһына ҡоролған күргәҙмәләр ҡарарға, милли биҙәүестәр һатып алырға ла мөмкин ине. Унлар ырыуы йыйыны матур йыр-моң тамашаһы менән тамамланды.
Эстафетаны Ҡаңны ырыуы ҡабул итте. Киләһе йыйын Бүздәк районында үткәрелә.
Фото: Башинформ.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас