Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
17 Февраль 2021, 17:41

Тарихы бай Урандың

Хәлим Әмиров, Мәғсүм Имаметдинов, Радик Гәрәев, Ғәйнан Әмири, Фәнәүи Сә­лихов, Эльвира Ғәйфуллина һәм баш­ҡа­лар – Уран ырыуы сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, күренекле йәмәғәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренә бай. Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә был ырыуҙың йыйыны үтте.


Бер ҡорға тупландылар

Саралар йыйынды рәсми асыу танта­наһына тиклем үк башланды: иртә менән Яңауыл ҡалаһының йәштәр һарайында “Тамыр” балалар каналы “Нурбостан” баш­ҡорт йәнһүрәтенең исем туйын уҙғарҙы, ошонда уҡ “Уран ырыуы белермәндәре” кон­курсы үтте, халыҡ-ара күргәҙмә өсөн “Ғаилә тамырҙары” һөнәри фотосессияһы ойошторолдо.

Яңы Артауыл ауылында “Аҡбуҙат” республика балалар журналы балалар менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ бында Уран ырыуы ҡатын-ҡыҙҙа­рының биҙәүесе – селтәр эшләүҙең оҫталыҡ дәресе лә үтте.

“Уран ырыуына ғына хас милли кейемде тергеҙҙек”, – тине был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.
Артабан саралар теҙмәһе Яңауыл мәҙәниәт йортона күсте – бында Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилмиевте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповты, билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллинды, Юлдаш Йосоповты, сатирик яҙыусы Марсель Сәлимовты тәүҙә “Уран ырыуы тарихы биттәренә күҙ һалып” исемле үҙенсәлекле экскурсияла сәләм­ләнеләр, уның сиктәрендә был ырыу вәкилдәренең шәжәрә ағастары менән таныштырҙылар.

Аҙаҡ театрлаштырылған тамаша арҡылы ырыу тарихы бәйән ителде.

Президиумға үрҙә һөйләп үтелгән ҡунаҡтарҙан тыш Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Уран ырыуы вәкиле, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыкаль белем биреү кафедраһы профессоры Фәнәүи Сәлихов та саҡырылды.

Яңауыл районы хакимиәте баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Салауат Ғилмиев йыйын делегаттарын, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, килгән ҡунаҡтарҙы сәләм­ләне һәм уларҙы Яңауыл районының ижтимағи һәм мәҙәни тормошо менән таныштырҙы. Ул үҙенең телмәрендә айырыуса бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен, милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү – һәр педагогтың ғына түгел, барыбыҙҙың да төп бурысы. Мәктәпкә тиклемге тәрбиә биреү системаһында ла был мәсьә­ләгә иғтибар бирелә, – тине Салауат Нәзир улы һәм йәш быуындың туған телен белеп еткермәү кеүек хәүефле күренеште лә телгә алып үтте.

Яңауыл районы биләмәһендә милли мәҙәниәтте тергеҙеү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла, урындағы Ҡоролтай, Ағинәйҙәр, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы әүҙем эшләп килә. Уран ырыуының йыйыны 2013 йылда ла ойошторолған икән.

Йыйынға тупланған 77 делегатты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының башҡарма комитеты етәксеһе Ғәлим Яҡупов та тәбрикләне, һө­ҙөмтәле эш теләне, Ҡоролтайҙың киләсәктә бойомға ашырыласаҡ проекттары хаҡында һүҙ йөрөттө.

– “Төньяҡ амурҙары нәҫеле” исемле проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа ла уларҙың нәҫеле булыуына шигем юҡ.
Бындай йыйындар, халыҡтың үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Ошо саралар арҡылы глобалләштереүгә ҡаршы тороу өсөн көс туплайбыҙ, – тине Ғәлим Миңлеғәле улы.

Уран ырыуы ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Йыйындың төп өлөшө – доклад­тарға күскәс, һүҙҙе тарихсы Салауат Хәмиҙуллин алды.
– Бөгөн бик әһәмиәтле сара үтә, атамаһында мең йыллыҡ тарих һаҡланған ырыуҙың йыйынында ҡатнашабыҙ.

Башҡорттар – ырыуҙарға бүлене­шен һаҡлап ҡалған халыҡтарҙың береһе. Тап ырыу номенклатураһы халыҡты һаҡлап ҡалыу ысулы булып тора.
Рәсәй составына башҡорттар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ирекле халыҡ булараҡ ҡушылған, уларҙың байтаҡ хоҡуҡтары һаҡланып ҡалған.
Башҡорт тарихында әленән-әле ҡубып торған ихтилалдар быға дәлил – нимәлер ҡәнәғәтләндермәһә, башҡорттар ошо рәүешле үҙ һүҙен әйткән. Ғөмүмән, ҡораллы ихтилал­дарға күтәрелеү хоҡуғы Рәсәй составына ҡушылғандағы килешеүгә теркәлгән. Халыҡтың һәр саҡ үҙ хоҡуҡтарын һаҡлауға, үҙ һүҙен әйтеүгә хоҡуғы бар.

Быларҙан тыш, башҡорттар Рәсәй составына аҫаба ерҙәренең хужалары булараҡ кергән. Ерҙәргә хужа булыу 1917 йылға тиклем һаҡланып килгән, тик Владимир Лениндың декретынан һуң ғына был хоҡуҡ юҡҡа сыҡҡан.

Уран ырыуы – үҙенсәлекле күре­неш, сөнки уның атамаһы бер тарихи яҙмаларҙа ла ҡабатланмай. Уны башҡа халыҡ, башҡа ырыу менән бутау мөмкин түгел.

Уран ханлығы Хорезм ханлығы менән йәнәш йәшәгән. Сыңғыҙхан яуы килеп баҫҡас, уның ғәскәренә ҡаршы иң аяуһыҙ көрәшкән дә тап улар булған, шуның арҡаһында ла тулыһынса тиерлек тар-мар ителгән­дәр. Иҫән ҡалғандары беҙҙең яҡҡа ҡасып, хәҙерге Яңауыл ерҙәренә төпләнгән. Һөҙөмтәлә Уран ырыуы барлыҡҡа килгән, – бына ошоларҙы бәйән итте тарихсы, һәм был ырыуҙың күренекле шәхестәрен барлауға күсте: Хәлим Әмиров – 1920 йылдарҙа Башҡорт автономияһын булдырыуға ҙур өлөш индергән шәхес, Шәмси Афзалов – үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында Башҡорт дәүләт универ­ситетының беренсе ректорҙарының береһе, был уҡыу йортонда тарих бүлеген асыуға булышлыҡ иткән, Ирек Мөҡсимов – йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Башҡортостан республика­һының Конституцияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан, Радик Гәрәев – билдәле эстрада, опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры булып та эшләгән. – Уларҙың исеме мәңгеләште­релергә тейеш.
Бөгөн тарихыбыҙҙы тергеҙеү процесы бара, һәм тап шәжәрә аша асылыбыҙға ҡайта алабыҙ, – тип тамамланы һүҙен Салауат Хәмиҙуллин.

“Без – башҡортлар!”

Башҡортостан Республикаһының стратегик эҙләнеүҙәр институтындағы социаль мәҙәниәтте анализлау үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, йыйынды алып барыусы Юлдаш Йосопов барыһын да трибунанан “Без – башҡортлар” баҫмаһы менән таныштырҙы. Белешмәлә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хаҡында бай мәғлүмәт тупланған.

– Ырыу бүленеше – үҙенсәлекле күренеш. Күп халыҡтарҙа ул бөгөнгө көнгә тиклем килеп тә етмәгән.

1960 йылда Татарстандың Аҡтаныш районында халыҡ-ара экспедиция үтә.
“Кем һеҙ?” – тип һорайҙар йыйылған халыҡтан. Улар “Без – башҡортлар!” тип яуаплай.

Ырыу – ул аҫабалыҡ хоҡуғы субъекты. Тап аҫабалыҡты иҫбат итер өсөн ырыуҙарға бүленеү мөһим булған. Шуға ла беҙҙең халыҡта ырыуҙарға айырыуса һаҡсыл ҡараш йәшәп килә, – тине ул.

Артабан һүҙҙе Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорттарын туплаған “Без – баш­ҡортлар” ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев алды:

– Ата-бабаларыбыҙҙың башҡорт булыуын беҙҙең генә түгел, Мәскәү тел белгестәре лә иҫбат итә. Уларҙың “Миңзәләгә саҡлы халыҡ башҡорт телендә һөйләшә” тигән яҙмалары ла һаҡланған.

Уран ырыуы күктән төшмәгән, ул тарих биттәрендә яҙылып ҡалған.

Был ырыу вәкилдәренең Башҡорт автономияһын төҙөшөүе, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 112-се кавалерия дивизияһы сафтарында булыуы быға дәлил.

Уран ырыуы вәкиле булараҡ йыйында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универси­тетының музыкаль белем биреү кафедраһы профессоры Фәнәүи Сәлихов һүҙ алды. Ул үҙенең тормош юлы хаҡында һөйләне.
– Үҙебеҙҙең район менән ғорур­ланам. Башҡортостандың мәҙәниәт эш­мәкәрҙәре гел беҙҙең Яңауылды маҡтайҙар, халыҡ ихлас был яҡтарҙа, тиҙәр, – тине ул, сығышын тамамлап.

Урындағы Ҡоролтай рәйесе Рафаил Яхин йыйынды ойоштороу­сыларға рәхмәт белдергәндән, Уран ырыуының замана шарттарындағы бурыстары хаҡында һөйләгәндән һуң, трибунаға доклад әҙерләп килгән йыйын делегаттары күтәрелде.

Эльвира Хөсәйенова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының туған телде, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау ысулдары хаҡында һөйләне, Инзилә Шәйхетдинова “Үҙ тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ” тигән темаға сығыш яһаны.

Зифиль Фәхретдинов Уран ырыуы хаҡында нисек интернет селтәрендә мәғлүмәт таратырға тигән һорауға яуап эҙләне, Гөлнара Вәлиева шәжә­рәләр хаҡында һүҙ йөрөттө.

Светлана Хашимова Уран ырыуы­ның башҡорт тарихындағы роле менән таныштырҙы.
Фәрит Минәжев, сығыш яһаған Уран ырыуы вәкилдәре араһындағы иң олоһо, трибунанан Уран ырыуы­ның үҙенән һуңғы быуындарына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Бер ҡарарға килделәр

Ҡағиҙәгә ярашлы, йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде. Ул түбән­дәге ҡарарҙарҙан тора:
– Радик Гәрәевтең исемен мәңгеләш­терергә;
– Төньяҡ-көнбайыш башҡортта­рының үҫеше буйынса махсус программа булдырырға.
– Китаптар, методик баҫмалар сығарырға.
– Уран ырыуының эмблемаһын, гимнын раҫларға.
– Яңы быуынға башҡорт телен диалект нигеҙендә өйрәтергә.
– Уран ырыуының күренекле шәхестәренең мәҙәни мираҫтарын таратырға.
– “Уран фест” исеме аҫтында йәштәр фестивале ойошторорға.
– Яңауыл районы буйлап һанлы телевидениеға башҡорт телеканалдарын өҫтәргә.

Делегаттарҙың тәҡдимдәре ниге­ҙендә төҙөлгән резолюция бер тауыштан ҡабул ителгәс, тантаналы рәүештә ырыу штандарты Ҡариҙел районы вәкилдәренә күсте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Яңауыл район хакимиәте тарафынан йыйынды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Уран ырыуы, башҡа ырыуҙарҙан сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бай тарихы, билдәле шәхестәре, ә иң мөһиме – тамыр­ҙарын яҡшы белгән хәҙерге быуын вәкил­дәре менән үҙенсәлекле. Тап ошо хәҙерге быуын уны тарих биттәренә теркәүен дауам итер.

Яңауыл ҡалаһы.


Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Читайте нас