Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Ҡоролтай һулышы
1 Февраля 2021, 18:00

"Пландарыбыҙ бик ҙур..."

Ырыуҙар хәрәкәтенең маҡсаты тураһында Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Стратегик тикшеренеүҙәр институты» Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов һөйләй.

"...Ырыуҙар ҡоро, ырыуҙар хәрәкәтенең нигеҙен, белеүебеҙсә, уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында арҙаҡлы яҙыусы Булат Рафиҡов башланғысында юрматылар һала. Артабан уны меңдәр, табындар һәм башҡалар күтәреп ала. Әлеге ваҡытта йыл һайын "Табын-фест" үтә. Ғафури, Тәтешле, Учалы районы халҡы был фестивалдә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бик әүҙем ҡатнаша. Әммә әлегәсә ырыу ҡорҙары, ырыу йыйындарын үткәреү системаға һалынмаған, кем нисек теләй, нисек ҡарар итә, шулай эшләп килделәр. Бөгөн беҙҙең маҡсатыбыҙ барлыҡ ырыу ҡорҙарын системалаштырыу һәм уның артабанғы йылдарҙа ла эшләүен тәьмин итеү.
Әлбиттә, иң тәүҙә иғтибарыбыҙҙы төньяҡ-көнбайыш төбәккә йүнәлтәбеҙ, сөнки уларға даими иғтибар кәрәк, ләкин көньяҡ, көнсығыш ырыуҙары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Дөйөм алғанда, башҡорттарҙа 40-тан ашыу ырыу бар, уларҙың һәр береһенең ҡорон, йыйынын үткәреү мөмкин булырмы, белмәйем, әлеге ваҡытта беренсе кварталға 10-11 ырыу йыйынын үткәреү планлаштырылған. Беренсе ырыуҙар ҡоро Борай районында үтә, унда Елдәк башҡорттары йыйыла һәм йыябыҙ ҙа, сөнки әлегә тиклем елдәктәр ырыуҙар хәрәкәтендә бик әүҙем ҡатнашмаған. Ошо йыйын артабанғы берләшеүгә этәргес булыр тип уйлайым.
Ырыуҙар хәрәкәтенең үҙенсәлеге бар: былтыр ырыу гербтарын эшләй башланыҡ. Нимәгә бындай иғтибар? Сөнки һәр башҡорт ырыуының үҙенең айырым атрибутикаһы, фәнни телдә әйткәндә инсигниялары - хоҡуҡ символдары: ағасы, ҡошо, тамғаһы, ораны, ҡайһы бер ырыуҙарҙың хатта тимер күлдәге (кольчуга) бар. Риүәйәттәр, шәжәрәләр буйынса ошо инсигниялар Сыңғыҙхан тарафынан башҡорт бейҙәренә бирелгән. Беҙ ошо атрибуттарҙы алып, уларҙы герб формаһында дөйөмләштерәбеҙ, йәғни заманса интерпретацияла эшләйбеҙ. Ул геральдика ҡағиҙәләре буйынса башҡарыла, бының өсөн Мәскәүҙән профессиональ геральдисты саҡырҙыҡ. Әле ул 10 гербтың проектын эшләне. Ошо йыйындарҙа беҙ проекттарҙы халыҡҡа күрһәтәбеҙ һәм улар үҙҙәре һайлай, бәлки, ниндәйҙер төҙәтеүҙәр ҙә индерерҙәр, һәм ниндәй проектты раҫлайҙар - шул ырыу гербы булып торасаҡ. Дөйөм алғанда, гербтарҙы төҙөү, әлбиттә, новаторлыҡ түгел, беҙ бары тик булған символдарҙы гербҡа индерәбеҙ генә, башҡорт геральдикаһы традицияһын булдырабыҙ. Һәм был гербтарҙың презентацияһы менән Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлгә сығырға була.
Былтыр беҙҙең башҡорт ауылдарының һәм ырыуҙарының этнографик картаһы булдырылды, ул инде Рәфил Аҫылғужин тарафынан эшләнде. Әлеге ваҡытта был картала 2500-ҙән ашыу ауыл теркәлгән, һәр кем шул картанан ниндәй ырыуға ҡарағанлығын, ырыуҙаштары ҡайҙа йәшәгәнлеген, улар нисек таралып ултырғанын белә ала. Картаны ҡағыҙ вариантта эшләтәбеҙ һәм ҡоролтайҙың сараларында райондарға, төбәктәргә бүләк итәсәкбеҙ. "Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Без башҡортлар" тигән төркөм бар, картаны шунда табырға мөмкин. Тиҙҙән айырым ресурс булдырырбыҙ тип ниәтләйбеҙ. Әле Башҡорттар.ру тигән сайт бар, бәлки, шунда һалырбыҙ, теләгән кеше уны яндекс, гугл аша ла таба ала. Шулай уҡ республиканың көнбайышында (22 район) һәм төбәктәрҙә (Свердловск өлкәһе, Пермь крайы) йәшәгән башҡорттарға бағышланған "Без башҡортлар" тигән айырым белешмәләр әҙерләнек, унда уларҙың тарихы, мәҙәниәте, кейеме, биҙәүестәре, көнкүрештәре тураһында, шәжәрәләре буйынса мәғлүмәт тупланған..."
https://vk.com/kiskeufa?w=wall-36948678_3670
Читайте нас