Съезға республиканың төрлө райондарынан ырыу вәкилдәре, эксперттар, тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр саҡырылған. Йыйындың программаһы бай йөкмәткеле. Сара барышында Елдәк ырыуының килеп сығышы тураһында театрлаштырылған пролог, Борай район хакимиәте башлығының, ғалимдарҙың, тарихсыларҙың сығыштары, Елдәк ырыуы гербы менән таныштырыу, ырыу башлығын һайлау ҡаралған. Бында шулай уҡ милли кейем күргәҙмәһе, Борай районы ҡул оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ Елдәк ырыуы вәкилдәре лә сығыш яһаясаҡ. Сара үҙешсән сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамлана.