Башҡорт ырыуҙарының урынлашыуын күрһәткән карта төҙөү, һәр ырыуҙың тамғаларын, атрибутикаһын өйрәнеү һәм заманса талаптарға яраҡлаштырыу ниәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт геральдикаһы һәм ырыу атрибутикаһы буйынса айырым комиссия ойошторған. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының айырым картаһы төҙөлгән. Уның да, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының мәҙәниәтенә һәм тарихына арналған “Без – башҡортлар!” тип исемләнгән китаптың да исем туйы ошо ултырыш сиктәрендә уҙҙы. Сарала ҙур форматта эшләнгән был ике карта ла дөйөм күҙәтеүгә ҡуйылғайны һәм ул сығыштарҙы тәрәнерәк аңларға ярҙам итмәй ҡалмағандыр.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Милли архивының бүлек мөдире Азат Ярмуллин, Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин, Рәсәй геральдистар берлеге идаралығы ағзаһы, тарих фәндәре магистры Кирилл Переходенко, Башҡортостан стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов һәм башҡалар сығыш яһаны, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Рәсәйҙең геральдистар берлегенең уртаҡ ижад емеше – башҡорт ырыуҙарының гербтары күрһәтелде. Ултырышты Юлдаш Йосопов алып барҙы.
– Картаны төҙөгәндә аңлашылмаған һәм бер-береһенә ҡаршы килгән мәғлүмәттәр ҙә булды, – тине Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов. – Әммә был эш камиллаша барасаҡ. Ғөмүмән, ул һуңғы йылдарҙа ғына барлыҡҡа килмәне, ә фәнни нигеҙҙә оҙаҡ йылдар дауамында төҙөлә. Уны әҙерләгәндә беҙҙең ғалимдарҙың күп хеҙмәттәре файҙаланылды. Күренекле тарихсы Рим Янғужиндың китаптарын айырыуса билдәләр инем. Уның был яҙмаһы милли-популяр стилдә булыуы менән отошло. Беҙгә хәҙер башҡорт ырыуҙары картаһын артабан камиллаштырыу һәм тиҙерәк халыҡҡа таратыу өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Рәфил Аҫылғужин билдәләп үткәнсә, һуңғы бер-ике йылда карталар төҙөү эше айырыуса әүҙем барған һәм уның төп маҡсаты – башҡорт халҡының берҙәмлеген булдырырға ярҙам итерлек ҡулланма яһау. “Төньяҡ һәм көнбайыш райондарҙағы халыҡ полиэтник булыуы менән билдәле – бында күп милләттәр генә түгел, башҡорт ырыуҙары ла үҙ-ара ҡатнашып бөткән, ҡайһы бер ауылдарҙа бишәр-алтышар ырыу вәкилдәре йәшәй. Был бигерәк тә республиканың халыҡ иң тығыҙ йәшәгән Туймазы һәм Бүздәк райондарына хас күренеш”, – тине ул.
Ике карта ла тарихи дөрөҫлөктө аңлатыуҙа, ата-бабаларыбыҙ тамырын барлауҙа һәм төшөнөүҙә, Шәжәрә байрамы үткәреүҙә ҙур ярҙамсы буласаҡ – был фекер һәр сығыш яһауҙа яңғыраны. Асҡын районы вәкиле әйтеүенсә, ошо төбәктә лә Шәжәрә байрамы уҙғарыласаҡ һәм уны ойошторорға әҙерләнеүселәр әлеге карталарҙы шатлыҡ менән ҡабул иткән.
– Карталарҙың әҙер булыуы – беҙҙең өсөн ҙур тарихи ваҡиға, – тине үҙенең сығышында Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин. – Һуңғы йылдарҙа халыҡта ғаилә тарихын белергә теләү көсәйҙе. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн дә ошо ике карта һәйбәт ҡулланма буласаҡ.
Комиссия ултырышында шуны ла билдәләнеләр: күп кенә кеше, айырыуса төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, үҙ сығышын аныҡлап-төпсөнөп йөрөргә ояла, шуға күрә был карталар улар өсөн дә бик ваҡытлы нәшер ителгән әсбап булып хеҙмәт итәсәк. “Йәштәр шәжәрә төҙөү эшенә бигүк ылығып бармай, ә был карта улар өсөн анһат һәм тиҙ күреп була торған әйбер буласаҡ, бигерәк тә электрон варианты”, – тине бер сығыш яһаусы.
Киңәйтелгән ултырышта төньяҡ-көнбайыш башҡорттары башланғысы менән булдырылған “Без – башҡортлар!” ойошмаһының әүҙем эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Карта иһә киң йәмәғәтселеккә мөмкин тиклем күберәк таратыласаҡ, ә уның электрон варианты айырыуса йәштәр өсөн фәһемле булыр тип көтөлә.
Радик БӘХТИЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Без – башҡортлар!” хәрәкәте етәксеһе:
– Мин үҙем – Краснокама районының Гәрәй ырыуы башҡорто. Элегерәк беҙҙең башҡорт икәнде бик танып бармай инеләр. Был тема менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынам тиһәң дә була. Һуңғы бер нисә йылда ошо йүнәлештә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. 2010 йылдарҙа күренекле тележурналист Салауат Хәмиҙуллин менән танышырға насип булды, уның башҡорт ырыуҙары тураһындағы тапшырыуҙары ла тарихи дөрөҫлөктө аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Мин дә ошо тапшырыуҙарҙа бер нисә тапҡыр ҡатнаштым.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ул саҡтағы рәйесе Әмир Ишемғолов мине эшкә ҡушылырға саҡырҙы. Башҡарма комитетта, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле лә булырға тейеш, тип ҡарар иткәндәр икән. Бик ваҡытлы һәм заман өсөн көнүҙәк ҡарар булды ул. Хәҙерге рәйес Ғәлим Яҡуповтың да ярҙамы ҙур, төньяҡ-көнбайыш райондарға эш сәфәренә барыу форсаты йыш була. Былтыр төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Торатау итәгендәге йыйынында “Без – башҡортлар!” тигән ойошма төҙөргә ҡарар ителде. Хәҙер беҙ маҡсатлы эш алып барабыҙ. Карталарҙы төҙөүселәргә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.