Башҡорт ырыуҙарының үҙ картаһы буласаҡ
Бөгөн “Торатау конгресс-холлында” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтә. Уның сиктәрендә “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектының емештәре киң йәмәғәтселеккә күрһәтелә.