Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
26 Июнь 2020, 18:56

Асҡындағы тәүге ҡоролтай

Бынан теүәл 25 йыл элек, 1995 йылдың 1-2 июнендә, Өфөлә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Ҙур башҡорт йәмәғәт ойошмаһы тарихының йылъяҙмаһы тап ошо көндә асыла. Был сара Башҡортостан ғына түгел, бөтә Ер шарына таралған милләттәштәребеҙ тормошонда, дөйөм башҡорт мөхитендә ҙур ваҡиға була. Ошо ҙур саранан һуң Асҡын районында ла ҡоролтай ойошторолоп, уңышлы эшләп китә.

1996 йылдың 20 мартында Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе ултырышы үтә. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яуаплы секретары Иршат Мөхәрәм улы Аҫылғужин, район кураторы, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Радик Үзбәк улы Байназаров, Республика халыҡ ижады үҙәге вәкиле Рәфис Хәмзә улы Хөснөтдинов һәм яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу палатаһы депутаты Фәүхетдин Нурулла улы Фәтхуллин, отставкалағы хәрби, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шағийән Миңлеғәле улы Миңлеғәлиев ҡатнаша. Шулай уҡ сараға мәктәп директорҙары, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, ауыл Советтары хакимиәте башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, колхоз, совхоз, предприятие етәкселәре саҡырыла. Барлығы ҡоролтайҙа 420 кеше ҡатнаша.
Сараны I Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы делегаты, район хакимиәте башлығы Александр Кавардаков аса һәм райондың социаль-иҡтисади торошона байҡау яһай. 1995 йылдың 1 ғинуарына районда халыҡ һаны 27 мең тирәһе иҫәпләнә. Шуның 12 процентын — рустар, 63 процентын — башҡорттар, 24 процентын — татарҙар, бер процентын башҡа милләт вәкилдәре тәшкил итә.
Асҡын районын күрше райондарға ҡушыу, аҙаҡ яңынан төҙөү социаль-иҡтисади үҫештә үҙенең кире эҙемтәләрен ҡалдыра. Асҡын ауылынан яңы район үҙәктәренә байтаҡ ике ҡатлы биналар күсереп һалына, һәләтле кадрҙар китә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ғына район 68 ауылын һәм байтаҡ халҡын юғалта. Александр Владимирович булған проблемаларға туҡталып, уларҙы берҙәм тырышлыҡ менән генә сисеп булырын, һәр баланың үҙ телен бала саҡтан өйрәнеп үҫергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул оло ғорурлыҡ менән Асҡын еренең билдәле шәхестәрен дә атай.
Район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире Мидхәт Ханов үҙ сығышында районда туған телдәрҙе өйрәнеү, I Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайының мәғариф өлкәһенә ҡағылған ҡарарҙарының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләй. Ул йылда районда 51 белем усағы, шул иҫәптән 16 урта, 17 дөйөм белем биреү, 18 башланғыс мәктәп, 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм ауыл һөнәри-техник училищеһы була. Барлығы 650 уҡытыусы, тәрбиәсе, производствоға уҡытыу мастерҙары уҡыусыларға белем һәм тәрбиә бирә. Мидхәт Ситдиҡ улы мәғариф өлкәһендәге проблемаларға туҡталып, йәш быуында телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, тарихыбыҙға, милли байлыҡтарыбыҙға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләргә саҡыра. Ул белем усаҡтарының матди-техник базаһының да ярлылығына көйөнөсөн белдерә. Мәҫәлән, ул йылдарҙа 16 урта мәктәптең дүртеһендә генә компьютер кластары була.
Шулай уҡ ултырышта Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Наил Хәйруллин белем биреү проблемаларына туҡтала, үҙе етәкләгән белем усағы миҫалында башҡорт телен уҡытыу буйынса ирешелгән уңыштарҙы барлай. Ул ваҡытта Ҡашҡа мәктәбендә 400 уҡыусы белем ала, 40 уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй. Башҡорт телендә уҡытыу 1979 йылдарҙа уҡ индерелеп, туған телде өйрәнеүгә барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыла. Наил Ғаян улы мәктәптең башҡорт программалары буйынса шөғөлләнеп, йыл һайын уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле факультеттарына уҡырға инеүе, олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашыуы, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнәзирә Әйүпова (инде мәрхүм) уҡытып сығарған уҡыусыларҙың районыбыҙға эшкә ҡайтыуҙары тураһында ҙур ғорурлыҡ менән һөйләй.
Урмияҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Йәнбәкованың да сығышы ялҡынлы һәм фәһемле була. 1984 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлап районыбыҙға эшкә килгән Баймаҡ районы ҡыҙы башҡорт телен өйрәнеүҙә ниндәй проблемалар менән осрашыуы тураһында һөйләй. Урындағы халыҡтың телгә ҡарашын үҙгәртеү, балаларҙа милли рух тәрбиәләү маҡсатында башҡарылған күләмле эштәр хаҡында бәйән итә.
Шулай уҡ сарала башҡорт теле уҡытыусылары Зимфира Нурғәлиева (Асҡын 2-се урта мәктәбе), Таңсулпан Хажимуллина (Ҡарткиҫәк мәктәбе), сара ҡунағы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Шағийән Миңлеғәлиев сығыш яһай. Ултырышта тикшерелгән мәсьәләләр буйынса резолюция ҡабул ителә. Унда йәмәғәт башланғысында район башҡорттары ҡоролтайының даими эшләгән башҡарма комитетын ойоштороу; башҡорт халҡының тарихи үткәнен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен нығытыу һәм үҫтереү; халыҡ араһында халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡаҙаныштарын, бай әҙәбиәтен пропагандалау; райондың барлыҡ мәктәптәрендә лә башҡорт теле нигеҙҙәрен өйрәнеүҙе индереү; китапханалар фондын башҡорт әҙәбиәте менән тулыландырыу; белем усаҡтарында яҡташыбыҙ, ғалим, яҙыусы, филология фәндәре докторы Кирәй Мәргәндең тарихи мираҫын өйрәнеү һәм Ҡыйғаҙы, Баҙансат мәктәптәрендә уның музейын ойоштороу; район хакимиәтенә Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы министрлығы менән берлектә шарттарҙы өйрәнеп, ошо йылдың 1 сентябренән Ҡашҡа урта мәктәбендә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһының прогимназия класын асыу төп бурыстар булып тора.
Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына 13 кеше һайлана. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Таһиров — рәйес, район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире Мидхәт Ханов — уның урынбаҫары, район халыҡ мәғарифы бүлеге методисы Мөнзилә Карамова секретарь итеп һайлана. Шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире Резеда Хажиәхмәтова, Ҡашҡа мәктәбе директоры Наил Хәйруллин, “Бүләк” колхозы рәйесе Фәғил Сафин, үҙәк район дауаханаһы табибы Рәйсә Суфиярова, Асҡын ауыл Советы хакимиәте башлығы Сәфәрғәли Мөғтәбәров, Урмияҙ мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Сәлимә Йәнбәкова, “Надежда” район гәзите мөхәррире Рәфҡәт Сәлимгәрәев, Мәҙәниәт йорто директоры Вячеслав Пантелеев, район ветерандар советы рәйесе Гамма Ғимазов, “Дружба” совхозының профсоюз комитеты рәйесе Рәдис Суфияров ҡоролтай ағзалары була.
Сараны фольклор төркөмдәрҙең сағыу сығыштары биҙәй, халыҡ кәсептәре оҫталарының бай күргәҙмәһе лә ойошторола.
Ошо оло әһәмиәткә эйә саранан һуң Асҡын ерендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, бигерәк тә башҡорт халҡының тарихи традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен үҫтереү, нығытыу, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҙур эштәр башлана. Юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеттарына уҡырға ингән студенттарҙың һаны арта.1996 йылдың октябрендә Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты район хакимиәте менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығын билдәләүҙе һорап, хат юллай һәм яҡлау таба. Ошо йылдың 27 ноябрендә Асҡында республикабыҙҙың билдәле ғалимдары, яҙыусылары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мәжитов һәм башҡалар ҡатнашлығында ҙур конференция үтә. Пермь крайының Октябрьский һәм Чернушка райондарында йәшәгән яҡташтар менән бәйләнештәр яңыртыла, нығытыла.
Автор: Илһөйәр Махатова.
Рәйсә Суфиярова фотоһы.
Читайте нас: