Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
2 Июнь 2020, 14:05

“Мәртәбәле саранан рухланып, сәмләнеп ҡайтҡайным”

Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүенә 25 йыл тулыу уңайынан тәүге милли йыйыныбыҙ делегаты Иҫке Ҡаҙансы ауылының ул саҡтағы “Дружба” совхозы директоры, бөгөн хаҡлы ялда булып, Нефтекама ҡалаһында ғүмер итеүсе Баян Ғәлимхан улы Шәйхуллин ҡорҙан алған тәьҫораттарын иҫкә төшөрҙө.

1995 йылда үткәрелгән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында район Советы рәйесе Кәримйән Мөбәрәк улы Мәхмүтйәнов етәкселегендә туғыҙ кешенән торған делегация ҡатнаша. Уның составында Ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһы директоры Александр Владимирович Кавардаков, “Дружба” совхозы директоры Баян Ғәлимхан улы Шәйхуллин, ошо совхоздың ферма мөдире Ғатуф Фазыл улы Байбурин, Урмияҙ ауыл Советы рәйесе Гүзәл Фәләх ҡыҙы Ғәләүетдинова, “Ҡубияҙ” совхозының алдынғы комбайнсыһы Фәрит Ағзам улы Риянов, “Көнгәк” совхозы директоры Таһир Исхаҡ улы Сөләймәнов, Асҡын үҙәк дауаханаһы табибы Рәйсә Кәрим ҡыҙы Суфиярова, ”Төй” совхозы водителе Альберт Шәрәфетдин улы Фәүзиев була.
Иҫке Ҡаҙансы ауылының ул саҡтағы “Дружба” совхозы директоры, бөгөн хаҡлы ялда булып, Нефтекама ҡалаһында ғүмер итеүсе Баян Ғәлимхан улы Шәйхуллин ошо тәүге ҡорҙан алған тәьҫораттарын иҫкә төшөрҙө.
— Тәүге ҡоролтай шундай юғары күтәренкелек менән үтте, беҙҙең өсөн ул ысын мәғәнәһендә рух байрамына әүерелде. Донъяның төрлө тарафтарынан бик күп халыҡ килгәйне. Бындай мәртәбәле сарала мин беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Унда милләтебеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе, проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Республикаһы президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тәрән йөкмәткеле сығышы иҫтә ҡалған. Дәүләт кимәлендә этносты яңыртыу һәм үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында башҡорт халҡы, уның мәҙәниәтен, телен, традицияларын, матди һәм рухи байлыҡтарын тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн кәрәк булған шарттарҙы тыуҙырыу, башҡорт халҡын бергә туплау, уның милли үҙаңын уятыу тураһында һөйләгәйне президентыбыҙ.
Артабанғы сығыштар ҙа бик фәһемле, йөкмәткеле, рухлы булды. Сара аҙағында I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мөрәжәғәттәр, ҡарарҙар ҡабул итте. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты төҙөлдө. Уның рәйесе итеп тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Мәжитов һайланды.
Ошо көндәрҙә Өфө гөрләп торҙо. Делегаттар өсөн бик бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Беҙ башҡорт телендә концерт һәм спектаклдәр ҡараныҡ. Тәүге ҡорҙан рухланып, яңы көс-дрәт алып ҡайтҡайныҡ. Ошо саранан һуң районыбыҙҙа ла ҡоролтай ойошторолдо һәм ул уңышлы эшләп китте.
Наилә Имаева.
Читайте нас: