II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың 14-15 июнендә үтә. Был ҡорҙа район делегацияһына район хакимиәте башлығы Зәки Ильяс улы Насыров етәкселек итә. Уның составында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фиғәт Фоат улы Карамов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рим Әмир улы Таһиров, Урмияҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова, Ҡашҡа урта мәктәбе директоры Ришат Әзһәт улы Ғәлиәкбәров, Иҫке Ҡаҙансы ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Ансар Солтан улы Солтанов, Ҡышлауйылға ауыл китапханасыһы Зөлфиә Рауил ҡыҙы Хөсәйенова ла була.
Бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, “Танып” шифаханаһында китапханасы булып эшләүсе Зөлфиә Рауил ҡыҙы II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан алған тәьҫораттарын иҫкә төшөрҙө.
— Беҙ, Асҡын районы делегаттары, ҡоролтайға 13 июндә иртә менән барып еткәйнек. Ҡунаҡханала урынлашҡандан һуң, “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә һәм Хәрби дан музейында булдыҡ. Көндөң икенсе яртыһында 12 секция үҙ эшен башланы. Мин — “Рәсәйҙә федерализмдың киләсәге” тип аталған секция эшендә ҡатнашҡайным. Унда күренекле фән эшмәкәрҙәренең тәрән йөкмәткеле сығыштарын тыңланыҡ. Кисен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостан Республикаһы сәнғәт оҫталары концертын ҡарап, Салауат Юлаев майҙанында “Беҙ — Башҡортостандың киләсәге” девизы аҫтында үткән республика йәштәре байрамында ла ҡатнаштыҡ. 14-15 июндә пленар ултырыш үткәйне. Тәнәфестәрҙә мәҙәниәт һарайы фойеһында урынлаштырылған күргәҙмә материалдары менән таныштыҡ. Экспонаттарҙы хайран ҡалып ҡарап, халҡыбыҙҙың уңған, оҫта, бай мәҙәниәтле булыуына тағы бер тапҡыр һоҡланып йөрөгәйнек. Был ҡорҙан рухи көс һәм илһам алып, үҙ илемдең яҡты киләсәгенә ҙур ышаныс менән ҡанатланып ҡайтҡайным.