Йәнтөйәк
-12 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
26 Февраль 2020, 18:15

Кем еңеүсе булыр?

"Айыҡ ауыл-2019" конкурсында ҡатнашыусы Ҡарткиҫәк ауылы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында презентация яҡланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Айыҡ ауыл" конкурсының киләһе этабы үтте. Проект яҡлау өсөн райондарҙан еңеүсе ауылдар тап Өфөлә йыйылды. Уларҙы өс көн дауамында ойоштороу комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре баһаланы.

Ултырышта БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволарҙан эксперттар ҙа ҡатнашты.
  • Асҡын районы тәүге көндә, 25 февралдә, презентация яҡланы. Бик яуаплы һәм мөһим сарала район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Илдар Мулләхмәтов, урындағы мәктәп уҡытыусыһы Илмира Абрарова һәм үҙем ҡатнаштым. Проект яҡлауға йәмғеһе 10 минут бирелде: 5 минут - видеояҙма ҡарарға, 5 минут - фекер алышырға. Көндөң тәүге яртыһында эксперттар тултырылған анкеталарҙы, документацияны тикшерҙе, төштән һуң үҙебеҙ менән аралашып, эшмәкәрлегебеҙ менән танышты, ауыл тормошон бөтә күрһәткестәр буйынса тикшереп, динамикала ҡарап, баһа бирҙе. Бында барыһы ла иҫәпкә алына: үткәрелгән саралар һаны ла, эскән килеш башҡарылған енәйәттәр ҙә, спиртлы эсемлектәр менән һатыу иткән нөктәләр менән эш тә, — тип һөйләне Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова.

  • Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Асҡын районынан Ҡарткиҫәк ауылы был конкурсҡа тәүгеләрҙән ҡушылды һәм шунда уҡ эстәлекле саралары менән бар республикаға танылыу алды. Мәҫәлән, “Килен төшөрөү һәм һыу юлы күрһәтеү” йолаһы Асҡын ерлегенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр, йыр-моңдар, милли кейемдәрҙе файҙаланып күрһәтелде. Ҡарткиҫәк ауылында уҙған һәр сара киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртылып барҙы. Яҡташтары Ҡарткиҫәк ауылы халҡы тураһында социаль селтәрҙәрҙә рухландырырлыҡ яҙмалар ҡалдырып, дәртләндереп торҙо.
    Наилә Имаева.
    Читайте нас