Ҡарткиҫәк ауылы гөр килде. Иртә менән ауыл халҡы клубҡа ашыҡты. Мәҙәниәт усағы эсе, сәхнә элеккесә сигелгән, һуғылған әйберҙәр менән матур итеп биҙәлгән. Һәр бер ҡул эшендә милли асылыбыҙ сағылды.
Был мәҙәни сараның сценарийын төҙөп, үткәреүҙә мәғариф ветераны, Ҡарткиҫәк ағинәйҙәрен етәкләүсе Фәнирә апай Нәбиуллина күп көс һалған. Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы, ауыл хакимиәте, мәктәп коллективы менән берлектә төп ярҙамсылар булып «Серҙәштәр» вокаль ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары, Йәриә Ғафур ҡыҙы менән ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре һәм бөтә ауыл халҡы ҡатнашҡан. Ҡарткиҫәктәргә хас берҙәмлек тантана итте был көндө.
«Килен төшөрөү» йолаһын бар талаптарға тура килтереп, боронғоса матур итеп үткәрҙеләр. Килен төшөрөү, килен менән кейәү һөйөү, киленгә теләктәр теләү, килен бирнәһе, килен бүләктәре, киленде бейетеү, килен бүләген таратыу, һыу юлы башлау кеүек йолалар бик тә матур итеп күрһәтелде, һәм береһе артынан береһе теҙелешеп кенә барҙы.
Матур, ҙур эш башҡарып сыҡты ҡарткиҫәктәр. Афарин!
Ҡарткиҫәкте гөрләткән туй йолаһы тураһында тулыраҡ алдағы материалдарҙа уҡырһығыҙ.