Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
29 Ғинуар 2020, 15:45

Ҡыңғыраулы аттарҙа килен төшкәнен күрергә килегеҙ!

7 февралдә “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Ҡарткиҫәк ауылында “Килен төшөрөү һәм һыу юлы күрһәтеү” йолаһы үҙебеҙҙең ерлеккә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр, йыр-моңдар, милли кейемдәрҙе файҙаланып күрһәтеләсәк. Был көндө баш ҡалабыҙҙан да бик күп ҡунаҡ, матбуғат саралары вәкилдәре килеүе көтөлә.Был турала тулыраҡ:

— Был сараға бөтә ауыл менән әҙерләнәбеҙ. Ҡыңғыраулы аттарға егелгән санала килен төшәсәк. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаға ярашлы бөтә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе иҫәпкә алырға тырыштыҡ. Бик күңелле, оло әһәмиәткә эйә сара килеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ. Был көндө ауылыбыҙҙа ремонтланған мәктәп, унда урынлашҡан музей һәм Гүзәл Ғайнуллинаның тегеү цехы ла асыласаҡ. Йола байрамы ауыл мәҙәниәт йортонда үтә. Хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалған ҡыңғыраулы аттарҙа килен төшкәнен күргегеҙ килһә, Ҡарткиҫәк ауылына рәхим итегеҙ! — тип райондаштарыбыҙҙы ла саҡырҙы байрамдың сценарий авторы, ойоштороу эштәрендә ҡайнап йөрөүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика этабында, муниципаль райондар еңеүселәре һынау тота. Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия (маҡсатлы) менән бүләкләнәсәк: беренсе урынға – 500 мең, икенсегә – 250 мең, өсөнсөгә – 150 мең һум. Бынан тыш, финалға сыҡҡан ун ауылға 30-ар мең һум матди ярҙам аласаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас: