Был мәртәбәле сарала Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысова ла ҡатнаша.
Осрашыуҙың тәүге өлөшө "Донъяуи кафе" форматында уҙа. Район ҡоролтайҙары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары командаларға берләшеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй.
Башҡорт телендә һөйләшеүселәр һанын нисек арттырырға? Ауыл клубтарын нисек йәнләндерергә? Нисек тарихты һаҡларға? Ҡоролтай абруйын нисек күтәрергә? тигән һорауҙарға аныҡ тәҡдимдәр индерҙе.
Төштән һуң эшлекле осрашыуҙа башҡорт телен уҡытыу, ата-әсә комиссиялары эше, "Айыҡ ауыл", "Шайморатов вариҫтары" проекттары, йәштәр менән эш, социаль проектлау кеүек һорауҙар ҡараласаҡ.