17 августа Әмир халҡы ауылда мәсет асылыуҙың 10 йыллығын билдәләйәсәк. Ошо уңайҙан урындағы халыҡ кисә өмәгә сыҡты. Улар урамдарҙы, мәсет территорияһын тәртипкә килтерҙе, сүп үләндәрен сапты. Хужабикәләр байрам табынын ҡороу мәсьәләһен дә хәл итеп, һөйләшеп таралышты.