Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
14 Август 2019, 11:35

Асҡындар -"Сәләм" тапшырыуында

#Айыҡауыл2019 #Трезвоесело2019 #Асҡын районы #Аскинский район Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова бөгөн БСТ телеканалындағы иртәнге "Сәләм" тапшырыуында ҡатнашты.



Студияла һөйләшеү "Айыҡ ауыл" республика конкурсы тураһында барҙы.

- "Айыҡ ауыл" республика конкурсына 9 апрелдә Асҡында старт бирелгәйне. Был көндө беҙҙә Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Ошо йыйында уҡ Ҡарткиҫәк, Төлгөҙбаш, Башҡортостан, Үршиҙе ауылдары вәкилдәре конкурста ҡатнашырға теләк белдергәйне. Был ауылдарҙа планға ярашлы маҡсатлы эш алып барылды. Ауыл хакимиәте менән берлектә сәләмәт тормошто пропагандалаған йөкмәткеле матур саралар үткәрелеп килә. Шулай итеп, башҡа ауылдар ҙа дәртләнеп китеп, абруйы һәм бәҫе арта барған республика конкурсында бөгөн Асҡын районынан 15 ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әле улар район этабында ҡатнашыу өсөн ауылдары тураһында мәғлүмәт туплап, презентацияға әҙерләнә. Әлбиттә, был бик ҡыуаныслы хәл, - тип Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы районыбыҙҙа был конкурсҡа әҙерлек барышы менән таныштырҙы. - Әгәр ҙә был ауылдар, баҙнатһыҙлыҡтан арынып, айыҡ, сәләмәт тормошто һайлап, дәртләнеп конкурста ҡатнашырға, тормоштарын алға итергә йөрьәт иткән икән, тимәк, тағы ла ыңғай үҙгәрештәргә ышаныс бар. Бына әле районыбыҙҙа яңы ғына Ҡорбан байрамын билдәләнек. Һәр ауылда олоһо кесеһе бергә мәсеттәргә йыйылып, ғәйет намаҙын уҡып, вәғәз тыңлап, күңелен пакланы, изге ниәттәр менән Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбан салып, байрам табыны ҡороп, ҡорбанлыҡтан ауыҙ иттерҙе, мохтаждарға таратты. Ҡайһы бер ауылдарҙа сара мөнәжәт әйтеү, халыҡ уйындары, тәрбиәүи темаларға сығыштар менән үрелеп, шундай тәрән йөкмәткеле сараға әйләнде. Был йәһәттән Ҡарткиҫәк ауылы халҡын миҫал итеп күрһәткем килә.

Бик ихлас, йылы һөйләшеү килеп сыҡты студияла. Кемдәр тура эфирҙы ҡарай алмаған, сайтҡа инеп, тапшырыуҙы ҡарай алаһығыҙ.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы ауылдарға уңыштар теләйбеҙ! Иң мөһиме – тырышырға, ҡыйыуыраҡ һәм берҙәм булырға кәрәк.


Читайте нас: