Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
28 Июнь 2019, 16:25

Халыҡ көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе көтә – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Данир Ғәйнуллин

Халыҡ беҙҙән милләттең социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе көтә, тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин. Бөгөн, 28 июндә, Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы. Сараға Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ килде.


Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһында 1 673 389 башҡорт йәшәй. Башҡортостандың үҙендә 1 172 287 милләттәшебеҙ теркәлгән. Был дөйөм республика халҡының 28,79 процентын тәшкил итә. Башҡорттар Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе урынды биләй. 26 процент башҡорт үҙҙәренең тарихи ватаны ерҙәрендә, аҫаба халыҡ хоҡуғында Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәй. Уларҙың төп өлөшө тотороҡло милли үҙаңын һаҡлап ҡалған. Төмән өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттарҙың күпләп тупланып йәшәүе менән билдәле. Бынан тыш, башҡорт диаспоралары яҡын һәм алыҫ сит ил дәүләттәрендә – Ҡаҙағстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Балтик буйы илдәрендә һәм башҡа ерҙәрҙә бар. Донъяла башҡорттарҙың дөйөм һаны – 2 миллион самаһы.



«Бөгөн беҙҙең алда бик күп бурыстар тора, — тине үҙенең сәләмләү телмәрендә Данир Ғәйнуллин. — Балаларҙы туған телдә уҡытыу — башҡорт халҡы өсөн фундаменталь проблемаларҙың береһе. Башҡорт теле цифрлы мөхиткә тулыһынса күсеп бөтмәгән әле. Республикала туған мәҙәниәтебеҙҙе күтәргән, ҡала башҡорттарын да ҡыҙыҡһындыра алған яңы милли контент булдырыуҙың ыңғай миҫалдары бар. 20 йыллыҡ торғонлоҡтан һуң башҡорт кинематографы терелә башланы. Профессиональ сәнғәт һәм халыҡ ижады хәҙер бик юғары кимәлдә. Башҡорт этномузыкаһы популярлыҡ яулай бара. Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала башҡорттарҙың 59,3 проценттан ашыуы ауылда йәшәй. Ә бөгөн ауылдар күп ауырлыҡтар кисерә — эш урындары юҡ, тыуым кәмей, мәктәптәр һәм медицина учреждениелары ябыла. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты үҙенең алдына юғарыла әйтеп үтелгән проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү маҡсатын ҡуя».

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һүҙҙәренсә, халыҡ үҙенең вәкилдәренән башҡорт милләтенең социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙе көтә.

Читайте нас: