Капиталь ремонттан һуң балҡып торған мәҙәниәт йортонда килгән ҡунаҡтарҙы фойела Азат Әбүбәкеров етәкселегендәге “Дуҫлыҡ” ансамбле йыр-моң, бейеү менән менән ҡаршы алды. Артабан бирелә урынлашҡан музей һәм китапхана эше менән таныштылар.
Сараның рәсми өлөшөндә район етәкселәре, килгән ҡунаҡтар сығыш яһап, ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ҙур өлөш индергән Лүзиә Әхәт ҡыҙына, мәктәп коллективына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Улар үҙенең талантлы уҡытыусылары, һәләтле уҡыусылары менән дан тотҡан белем усағына киләсәктә лә балаларға төплө белем, илһөйәрлек тойғоһо, рухи тәрбиә биреүҙә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙә һәм һаҡлауҙа уңыштар теләне.
Сара уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы, үҙешмәкәр артистарҙың рухлы, йыр-моңға бай концерты менән дауам итте.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотоһы.