Был, әлбиттә, һөйөндөрә, сөнки халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланып, быуындан-быуынға күсә килә.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре тарихын өйрәнеп, береһенән-береһе матурыраҡ, сағыуыраҡ итеп һаҡал (селтәр, иҙеү) тегеүсе Флүзә Тимерғәли ҡыҙы Ғәзизованы районыбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр.
Флүзә Ғәзизова — Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы. Борай районы егетенә кейәүгә сығып, бына 29 йыл Иҫке Ҡарағош ауылында йәшәй. Тормош иптәше Фәнис менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, инде өс ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуаналар.
Матурлыҡҡа ғашиҡ Флүзә апай ауыл китапханаһында эшләп, быйыл сентябрҙә хаҡлы ялға сыға. Хәҙер яратҡан шөғөлөнә лә ваҡытын күберәк бүлә ала. Ул йөрәк йылыһын һалып, шәлдәр, косынкалар, кофта, шарф, күлдәктәр, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй. Ҡул эштәре күҙҙең яуын ала, бәйләгән шәлдәре ҡойоп ҡуйғандай матур. Төрлө ҙурлыҡта, төрлө материалдарҙан, төрлө биҙәктәр менән тегелгән һаҡалдарын мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҙур теләк менән һатып ала. Милли рух бөркөлөп торған был биҙәүестәрҙе күргәҙмәләргә алып йөрөйҙәр, сәхнәнән сығыш яһағанда кейәләр.
Флүзә апай үҙе лә ауылда, районда, республикала уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтә. Мәҫәлән, киң ҡолас һәм ҙур әҙерлек менән уҙған Бөтә донъя фольклориадаһында ҡул эштәренән күргәҙмә әҙерләй. Һаҡал һәм түбәтәй тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтә. Македония, Перу, Камерун, Палестина вәкилдәре ҙур теләк менән уның һаҡалдарын һатып ала. Ҡыҫҡаһы, ул теккән биҙәүестәр бөтә илгә тарала.
Флүзә Ғәзизова районда тормошҡа ашырылған “Етендән күлдәккә тиклем” тигән проектта ла ҡатнаша. Махсус станоктарҙа етен эшкәртергә, туҡырға өйрәнә, артабан үҙе лә башҡаларҙы өйрәтә. Тормош иптәше үҙенә лә шундай станок яһап бирә. Хәҙер был шөғөлдө лә үҙ итеп, үҙенсәлекле балаҫтар, төрлө япмалар һуғырға ниәтләй оҫта.
“Милли кейем кейеп йөрөүемә генә түгел, ә үҙ ҡулдарым менән милли биҙәүестәрҙе эшләй алыуыма һөйөнәм! Был эшкә көндән-көн дәртләнеберәк тотонам”, — ти мал-тыуар ҡарарға ла, баҡса үҫтерергә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла, ейән-ейәнсәрҙәр ҡарашырға ла, шул уҡ ваҡытта халыҡ яратып алған милли биҙәүестәр тегергә, кейемдәр бәйләргә лә ваҡыт тапҡан бар эшкә лә оҫта гүзәл зат.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.