Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
15 Октябрь 2023, 10:50

Хәстәрлекле әсә лә, уңған хужабикә лә, һәр йортта көтөп алған почтальон да!

Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ғаилә усағын һүндермәй, ауыл тормошона йәм һәм ҡот өҫтәп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Хәстәрлекле әсә лә, уңған хужабикә лә, һәр йортта көтөп алған почтальон да!
Хәстәрлекле әсә лә, уңған хужабикә лә, һәр йортта көтөп алған почтальон да!

Орсоҡтай өйөрөлөп,  йүгереп донъя көтөүсе  ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көндәлек тормошона һоҡланмау мөмкин түгел! Улар донъя көтә, бала тәрбиәләй, ирҙәренә яғымлы ҡатын да, ҡулдарында ут уйнатҡан өлгөр һәм уңған хужабикә лә. Күптәре ошолар араһында яратҡан шөғөлдәре менән булышырға, хөкүмәт эшен башҡарырға, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Ҡарткиҫәк ауылында хат ташыусы булып эшләүсе Әлфиә Хаматова нәҡ шундайҙарҙан.

Әлеге ваҡытта почта хеҙмәткәрҙәре өсөн бик яуаплы осор бара. 2 октябрҙән 16 октябргә тиклем 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат сараларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк тамамланып килә.  Үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараусы  Әлфиә Ҡәйүм ҡыҙы ла форсаттан файҙаланып, ауылдаштарын арзаныраҡ хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙҙырып ҡалырға ашыға. Һәр өйгә кереп, гәзит-журналдар тәҡдим итеп, ауылдаштарын яратҡан баҫмаларына яҙҙырып сыға.

-Ҡарткиҫәк ауылы халҡы гәзит-журналдарға һәр саҡ яҙылып килә. Бына әле лә яратҡан баҫмаларына яҙылдылар. Ниндәй генә йортҡа керһәм дә, мине ҡыуандырып сығаралар. Район гәзиттәренән тыш, республика баҫмаларына ла яҙылалар. Минең эшемдең нескәлектәрен аңлаусы ауылдаштарыма рәхмәтлемен,  - ти һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы булған хат ташыусы.

Әлфиә Ҡәйүм ҡыҙы ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Ғәденән Мөхәмәтғәли улы менән бер ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп  үҫтерәләр. Бөгөн инде өс ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуаналар.

Ҡорған донъялары ла балҡып тора. Йылдың йылында баҡсаларында мул уңыш үҫтереп алалар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар. Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат гөл-сәскәләр үҫтерергә лә ярата. Аҙ ғына ваҡыты сыҡһа, ҡулдарына энә йәки ырғаҡ ебен алып, бәйләргә ултыра. Күҙ яуын алырлыҡ картиналар сигергә лә өлгөрә.

 Әлфиә Хаматова ауылдың мәҙәни тормошонда ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Концерттарҙа уның моңло, мәғәнәле йырҙарын тамашасылар алҡыштарға күмһә, күргәҙмәләргә сығарған ҡул-эштәре һоҡландыра һәм илһамландыра.

Әлфиә Ҡәйүм ҡыҙына артабан да шулай яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ғаилә усағын һаҡлап, ауылға ҡот, бәрәкәт өҫтәп, матурлыҡ һәм изгелек өләшеп йәшәүен һәм яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

Читайте нас: