Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
8 Сентябрь 2023, 09:10

Балаҫ һуғыу оҫтаһы

Миңнур апай Шәйбәкованың милли биҙәктәр менән һуҡҡан балаҫтары, таҫтамалдары  күңелдәргә йылылыҡ, наҙ, матурлыҡ өләшә.

Балаҫ һуғыу оҫтаһы
Балаҫ һуғыу оҫтаһы

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек ҡыҙҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар. Йылдар үтеү менән һуғылған бирнәлек балаҫтар ҙа онотола бара, оҫталар ҙа йылдан-йыл кәмей. Балтастар был  йүнәлештә ғорурлана ала  — бөгөн дә балаҫ һуғыусы апайҙарыбыҙ үҙҙәренең ҡул эштәре менән һөйөндөрә. Шуларҙың береһе — быйыл 92 йәшен билдәләгән Миңнур Шәйбәкова.

Ошо көндәрҙә генә  Иҫке Балтаста ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе үтте.  Миңнур Шәйбәкова ла был саранан ситтә ҡалмны.  Бында ул барыһының да иғтибарын йәлеп итеп, береһенән-береһе сағыуыраҡ ҡул эштәрен алып килгәйне. Уның оҫталығына һәм етеҙлегенә һоҡланып ҡайттым.

Миңнур Сәйетғәли ҡыҙы тыумышы менән  Иҫке Яҡшый ауылы ҡыҙы.  Нөркә ауылына килен булып төшөп, Шәмсихәмәт Ҡазимхәмәт улы менән матур ғаилә ҡороп, бәхетле ғүмер итәләр.

— Балаҫ һуғыу менән йәш саҡтан уҡ шөғөләнәм. Беҙҙең  ваҡытта  барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа белә ине был кәсепкә. Хәҙер генә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотола. Йәштәр  бик ҡыҙыҡһынып бармай, шуға ла мин белгәнемде өйрәтәйем  тип,   төрлө сараларҙа ҡатнашам, балаҫ һуғыу серҙәре менән ихлас бүлешәм,  - ти оҫта ағинәй.

Миңнур Сәйетғәли ҡыҙы  саралаға үҙе менән туҡыу станоктарын да алып барып, теләге булғандарҙың  барыһын да ошо кәсепкә өйрәтә. Уның һәр әйберендә  күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы.

Тормош дәрте, саялығы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарманы  һүнмәһен әле Миңнур Сәйетғәли ҡыҙының.

Фирғәт Нәбиуллин.

 

 

Читайте нас: