Бөгөн, 25 майҙа, район Мәҙәниәт йортонда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы сиктәрендә Асҡын оҫталарының һөнәрселек продукцияһы күргәҙмә-һатыуы үтте.
Унда ағастан эшләнгән төрлө йорт йыһаздары, дизайнер кейемдәре, һабындан күҙ яуын алырлыҡ гөлләмәләр, әйткәндәй, гөлләмәләрҙең ашай торғандары ( кипкән еләк-емештәрҙән, сәтләүектәрҙән яһалғандары ) ла бар ине, канзаши алымы менән эшләнгән төрлө сағыу бантиктар , ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр (төрлө материалдарҙан алҡа, йөҙөк, беләҙек, муйынсалар), айырым темалар буйынса сигелгән таҫтамал, халат, урын-ер кәрәк -яраҡтары, туҙҙан яһалған матур картиналар, заманса технологиялар менән эшләнгән гөл һауыттары, ҡалайҙан төҙөлөш материалдары һәм башҡа әйберҙәр бар ине.
Күргәҙмәгә килеүселәр оҫталар менән яҡындан танышып, етештергән тауарын ҡарап, үҙенә оҡшағанын һайлап ала алды, ә һатыуҙа булмағандарына заказ бирҙе.
Һөнәрселәр араһында яңы ғына үҙҙәренә оҡшаған шөғөлдө үҙләштереп, тауар етештергәндәре лә бар. Бигерәк тә йәш әсәйҙәр декрет ялында Интернеттан ҡарап, заманса шөғөлдәрҙе үҙ иткән. Мәҫәлән, һөнәре буйынса фармацевт булған Айгөл Винер ҡыҙы Лотфуллина, декрет ялына сыҡҡас, кейемдәр тегә башлаған. Тәүҙә үҙенә күлдәк тегеп кейә. Ул бик матур, килешле килеп сыға, хатта заказ биреүселәр ҙә табыла. Айгөл дәртләнеп китеп, башҡа заманса кейемдәр, балалар өсөн костюмдар ҙа тегә башлай. Бөгөнгө күргәҙмәгә лә күп кенә кейемдәрен алып килгәйне.
Ә гөл-сәскәләр үҫтерергә яратыусы Зөлфирә Ринат ҡыҙы Фәһимйәнова иһә заманса материалдарҙан гөл һауыты үрә башлаған. Ҡунаҡҡа барғанында матур гөл һауыты күреп, уның нимәнән һәм нисек эшләнгәнен һораша, бик оҡшай был һауыт. Интернеттан да ҡарап, кәрәкле мәғлүмәт һәм оҫталыҡ дәресен ҡарап, яҙ көнө ротанг тип аталған материалдан гөл һауыттары үрә башлай. Хәҙер үҙенең һатып алыусылары ла бар икән.
Оҫталар менән район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Олеся Петровна Смирнова, Төньяҡ район-ара мәшғүллек үҙәге директоры Алексей Владиславович Әхмәтйәнов яҡындан тынышып, аралашты.
Күргәҙмәгә килгән һәр оҫтаға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәреп, яңы шөғөлдәр үҙләштереп, дәртләнеп эшләп, ғаилә бюджетын тулыландырған оҫталарыбыҙға тик уңыштар теләйбеҙ. Ижад ҡомарҙары, дәрт-дармандары һүнмәһен-һүрелмәһен!
Наилә Имаева.