Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
15 Апрель 2023, 14:00

Ҡурсаҡтарҙа – халыҡ булмышы

Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән Ольга Анатольевна бәләкәй сағынан ижад менән шөғөлләнә.

Ҡурсаҡтарҙа –  халыҡ булмышы
Ҡурсаҡтарҙа – халыҡ булмышы

Бөрө ҡалаһында тыуып үҫкән Ольга Анатольевна бәләкәй сағынан ижад менән шөғөлләнә. Ул айырыуса сигенергә һәм бәйләргә ярата. Шул уҡ ваҡытта ҡурсаҡтарҙың тарихы, уларҙы яһау ысулдары менән ҡыҙыҡһына башлай. Бер мәлдә туҡыма ҡурсаҡ эшләү идеяһы килеп тыуа һәм ул эшкә тотона. Бик матур килеп сыға ижад емештәре. Һуңыраҡ ул оҫталыҡ дәрестәре алып бара һәм һатыу өсөн ҡурсаҡтар эшләй башлай.

Ольга Анатольевна ҡурсаҡтарын мифтарға, әкиәттәргә таянып ижад итә. Үҙе әйтеүенсә, уларҙың һәр береһенең исеме һәм тәғәйенләнеше бар: өйгә шатлыҡ, муллыҡ, байлыҡ, мөхәббәт, уңыш алып килеүселәре. Ольганы ҡурсаҡ сәнғәтенең ябайлығы, серлелеге, матурлығы үҙенә йәлеп итә. Күп йылдар дауамында ул ҡала музейҙарында, китапханаларҙа, клубтарҙа, ҡунаҡ йорттарында өлкәндәр һәм балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
«Вояж» туризм, экология һәм ял үҙәгендә халыҡ ҡурсаҡтары эшләү түңәрәген алып бара. Ольга Анатольевна ҡала һәм төбәк сараларында, йәрминкәләрҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн диплом, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ул «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсы финалсыһы ла була.
Ольганың туҡыманан эшләнгән һәр ҡурсағы – үҙе бер сәнғәт әҫәре. Әлеге күргәҙмәне ул әсәһенә арнаған.
Автор ҡурсаҡтары бөгөн бик көнүҙәк һәм модалы. Уларҙы йыш ҡына шәхси коллекцияға һатып алалар. Авторға ҡурсаҡтары уйынсыҡ һымаҡ түгел, ә үҙ балалары кеүек. Һөйкөмлө, наҙлы, ҡайһы саҡта аяуһыҙ. «Бик ҡыҙыҡлы сәнғәт донъяһы, бер аҙ, бәлки, серле лә: ҡайһы бер ҡурсаҡ туранан-тура бала саҡҡа алып ҡайта», — ти музейға күргәҙмәгә килеүселәр.
Ольга Агнейҙың ҡурсаҡтары менән 15 апрелгә тиклем Бөрө тарих музейында танышырға мөмкин.
Камила Мөхәмәтова.

Бөрө ҡалаһы.

Читайте нас: