Мәғәфиә Шәфиҡ ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бер генә лә ваҡытын бушҡа уҙҙырмай. Ул нимәләр генә эшләмәгән. Энә һәм ырғаҡ менән башмаҡтар, ултырғыс, диван япмалары, свитер, кофталар бәйләп туғандарын, дуҫтарын, ауылдаштарын ҡыуандырған. Сәйләндән картиналар ҙа төшөргән. Ошо әйберҙәр өйгә йәм өҫтәй, яҡындарына шатлыҡ өләшә. Мәғәфиә Шәфиҡ ҡыҙы бәләкәйҙән әсәһенән өйрәнеп ҡалған яратып, күңел биреп башҡарған был шөғөлөн ҡыҙҙарына ла өйрәтеп үҫтергән.