Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
10 Апрель 2021, 10:00

Бар нәмәнән йәм табып йәшәйҙәр

Ғүмер буйы Себерҙә йәшәгән Зәнфирә апай менән Барый ағай Хәмәтнуровтар хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡала фатирында дүрт стена араһында нимә эшләп ултырмаҡ кәрәк, ни тиһәң дә, яҡын булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ер тип, тыуған яҡтарына ҡайтырға була. Бына инде уларҙың Тусыбай ауылына ҡайтып, юғары остан иң ҡырыйҙағы йортто алып сығыуына байтаҡ ваҡыт үтте.

— Тусыбайҙың шундай йәмле ерендә тәбиғәткә һоҡланып, ҡоштар һайрашҡанын һөйөнөп тыңлап, рәхәтләнеп йәшәп ятабыҙ. Ауылдың һауаһы ла шифалы, тиҙәр бит. Себерҙә саҡта икебеҙ ҙә күҙлек кейә инек, ауылға ҡайтҡас күҙлекте һалдыҡ, күҙҙәребеҙгә ҡәҙәр яҡшырҙы. Аллаға шөкөр, күҙҙәрем күрә, хаҡлы ялға сыҡҡас нимә менән шөғөлләнермен икән, тигән уй килгәйне башҡа. Бәләкәйҙән бәйләмәһәм дә, бәйләмгә тотондом. Ҡул эшенә башлаһам, донъяны онотоп ял итәм. Йәй буйы баҡсала эшләп ял итергә ингәс тә бәйләмде алып ултырам, — ти ял иткән арала ла эш менән мәшғүл булған уңған Зәнфирә апай.
“Үҙемә бәйләү ҙә, сәйлән менән эшләү ҙә шул тиклем оҡшай, әйберҙәрем үҙемдән һуң балаларыма ҡалыр, — ти өс ҡыҙ үҫтергән Зәнфирә апай. — Шул ҡәҙәр матурҙар бит, уны нисек бәйләмәйһең”. Һоҡланмаҫлыҡ түгел шул, өйҙәренә барып инһәң — үҙе бер сихри донъя. Кес кенә сәскәләрҙән, ултырғыс япмаларынан башлап шәлдәр, ашъяулыҡтарға ҡәҙәр бәйләнгән. Мәҫәлән, ашъяулыҡты бәйләргә ике километр еп кәрәк булған.
Зәнфирә апайҙың бәйләгән әйберҙәрендә бер төрлө биҙәктәр юҡ. Һәр береһе үҙенә бер һүрәт, үҙенә бер матурлыҡ.
Береһенән-береһе уңған Барый ағай менән Зәнфирә апайҙың баҙҙары тулы үҙ баҡсаларында үҫкән йәшелсә, еләк-емеш консервалары. Йәйен улар баҡса тултырып еләк-емеш үҫтерһә, урман-ҡырҙарҙағы файҙалы ниғмәттәрҙең дә береһен дә йыймай ҡалмай — еләген, сәтләүеген, бәшмәген, дарыу үләндәрен — барыһын да йыйырға өлгөрөргә тырышалар.
Баҡса арттарына терәлеп, кес кенә Сүлпәнгес йылғаһы аға. Уны сыҡһаң, еләк, сәтләүек, бәшмәк, дарыу үләндәренә тулы Тусыбайҙың маҡтаулы тау-урмандары башлана. Ял иткән арала ла эшһеҙ тора алмаған кешегә тағы ни кәрәк? Йорттағы мәшәҡәттәрҙән арынған арала баҡса артыңа сыҡ та, әйҙә йый йәнеңә ни кәрәк, нимә өлгөргән — шуны. Шулай эштәренән, тәбиғәттән, донъянан йәм-тәм табып йәшәй Зәнфирә апай менән Барый ағай Хәмәтнуровтар.

Миләүшә Ҡасимова.
Тусыбай ауылы.
Читайте нас: