Аида ханымдың матур сифаттарына һоҡланып ҡарап торғанда бер уй тыуа: ғәзиз тыуған еренең йылыһына наҙланып үҫкәнгәме, атай-әсәһе тәрбиәһенәнме? Әллә тәбиғәттең үҙенән килгән, Хоҙай биргән һәләтме был? Бер йөрәктә — күпме наҙ, көс-ҡеүәт, рухи матурлыҡ, кешеләргә изгелек эшләү теләге.
Аида Ахунованың оҫта ҡулдары менән тыуҙырылған төрлө төҫтәге сәскә-яҡтыртҡыстар тирә-яҡҡа яҡтылыҡ бөркә, бүлмәгә йәм өҫтәй.
Ысын ижадҡа ул ауылдаштарын да йәлеп итә. Шуныһы ла ҡыуаныслы, ихлас күңелдән был шөғөлгә өйрәнергә теләк белдергән балалар ҙа бар. Был сәскәләрҙең һәр береһенә ҙур хеҙмәт, фантазия, күңел йылыһы һалынған. Үҙ ерен, тыуған яғын, матурлыҡҡа ғашиҡ кеше генә шундай гүзәллекте тыуҙыра ала.