Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
6 Ноябрь 2020, 18:05

Ҡулдарынан сәскәләр тама

Оҫта ҡуллы, бай фантазиялы гүзәл заттарыбыҙ үҙҙәренең ниндәй генә матур эштәре менән беҙҙе һоҡландырмай! Упҡанкүл ауылынан Светлана апай Ильясова ла шундайҙарҙың береһе.

— Әсәйебеҙ ҡул эшенә бик оҫта кеше. Шуға мин дә унан күреп бәйләргә, сигергә өйрәнеп үҫтем. Уҡытыусы булып эшләгәндә яҙыу-һыҙыу эше менән бик өлгөрөп булмай ине. Хәҙер өйҙә булғас, ваҡыт етерлек. Рәхәтләнеп күңел ятҡан эшем менән шөғөлләнәм, — ти Светлана Хәтифйән ҡыҙы.
Светлана Хәтифйән ҡыҙы баштараҡ ойоҡбаш-бейәләйҙәр, төрлө япмалар бәйләй. Аҙаҡ сәскәләр, гөлләмәләр, уйынсыҡтар бәйләргә өйрәнеп ала. Хатта бер нисә әкиәткә геройҙар бәйләп, ҡыҙыҡлы композициялар ҙа эшләй. Уларҙы туғандарына, дуҫтарына бүләк итә. Ейәнсәрҙәре тыуып, үҫә башлағас, (ә улар бәхетле өләсәйҙең әлегә дүртәү), ҡыҙҙарға матур сәс ҡаптырғыстар, бантиктар, ҡаймалар (ободок), короналар яһай башлай. Был матурлыҡтарҙы тыуҙырыуҙа, әлбиттә, интернет селтәре ярҙамға килә. Светлана Хәтифйән ҡыҙының ҡул эштәрен күреп, күршеләре лә, таныш-белештәре лә заказ бирә башлай.
  • Роза сәскәһе формаһындағы яҡтыртҡыстарҙы эшләй башлауыма ярты йыл тирәһе генә әле. Бер ваҡыт күрҙем дә, ныҡ оҡшаттым. Эшләп ҡарағым килде. Ошо матурлыҡты тыуҙырыусы оҫталар менән танышып, аралашып, интернеттан да оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, был шөғөлгә лә өйрәндем. Кәрәкле материалдарҙы башта яҙҙырып алһам, хәҙер улар Асҡында “Иголочка. Ниточка” магазинында күпләп һатыла. Улым Руслан мин мауығыуымды күреп, кәрәкле әйбер — төҙөлөш фены бүләк итте. Яҡтыртҡыстарҙың иҙәнгә ҡуя торған ҙурҙарын да, өҫтәлгә ҡуя торғандарын да, ейәнсәрҙәремә, бәләкәй ҡыҙҙарға тип ҡурсаҡ формаһындағыһын да эшләйем. Уларға сымдарҙы тоташтырырға, һауыттарға гипс йәки цемент ярҙамында ултыртып нығытырға тормош иптәшем Илшат Хәнифйән улы ярҙам итә. Бына Әсәйҙәр көнөнә иң ҡәҙерле кешемә тип яҡтыртҡыстың иң матурын эшләп тә ҡуйҙым, — тип яратҡан шөғөлө тураһында ихлас һөйләне Светлана апай.
  • Хәҙер магазиндарҙа бөтә нәмә лә бар. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт яҡындарға, туғандарға барғанда ниндәй бүләк алырға тип аптырайһың. Бына Светлана Хәтифйән ҡыҙыныҡы кеүек күҙ нурҙарын түгеп, йөрәк йылыһын һалып ҡулдан эшләнгән бүләктәр, ысынлап та, өйҙе йәмләп, күҙҙәрҙе иркәләп торалыр.
    Читайте нас: