Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
19 Октябрь 2020, 14:25

Тормош матурлығына һөйөнөп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй

Ҡариҙел районы Бағаҙы ауылында тыуып үҫеп, Асҡын районы Сөйөш ауылында ғүмер итеп, бөгөн Билгештә ҡыҙы Эльза һәм кейәүе Илдус тәрбиәһендә ғүмер итеүсе Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы Вәлиева матур ғүмер байрамын ҡаршылай.

Ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, тормош юлын лайыҡлы үтеп, тырыш, илһөйәр балалар үҫтергән Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы Вәлиева 20 октябрҙә 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Тәбиғәттең гүзәл мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Ҡариҙел районы Бағаҙы ауылында тыуып үҫә Тәнзилә апай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға алты йәш тулып өлгөрмәгән була. Ата-әсәһе ҡосағында иркәләнеп, наҙланып, тиҫтерҙәре менән туйғансы уйнап үҫә торған матур бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Күпме сабыйҙың яҙмышын, өмөт-хыялдарын селпәрәмә килтергән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм иткән ул йылдар шауҡымы Нурисламовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Колхоз рәйесе, һатыусы, ферма мөдире булып эшләгән атаһы Әхмәтсафа тәүге көндәрҙән үк яуға китә һәм хәбәрһеҙ юғала.
Әсәһе, Хәдисә Шәймөхәмәт ҡыҙы, дүрт бала менән тороп ҡала. Көслө рухлы әсә бирешмәй, сабыйҙарын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һала. Башҡалар һымаҡ улар ҙа һуғыш йылдарының барлыҡ ауырлығын, әсеһен-сөсөһөн татый, үлән аштары, серегән картуф ҡоймаҡтарын ашай, көндө төнгә ялғап эшләй.
Тәнзилә апайҙың хеҙмәт юлы иртә башлана. 7-се класты тамамлағас, комбайнда иҫәпсе лә була, ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып хеҙмәт һала. Күпмелер ваҡыт фермала һарыҡ та ҡарай. Йәш ҡыҙҙар менән бергәләп торф сығарыуҙа ла эшләп ҡайта. Хеҙмәт хаҡына шәлдәр, ситса тауар алып ҡайта ул. Әйткәндәй, Тәнзилә апай алты-ете йәштәр тирәһендә ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнә. Тәүҙә еңелерәк нимәләр бәйләй, оҫтарып алғас, дуҫ ҡыҙҙарынан күреп, биҙәктәр бәйләргә лә, тегенергә лә өйрәнә. Башҡаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп матур күлдәктәр ҙә тегеп кейә. Бирнә һандығына ла барыһын да үҙе әҙерләй, ашъяулыҡтар, тәҙрә пәрҙәләре, алъяпҡыстар тегеп, ситтәренә күҙ яуын алырлыҡ итеп селтәр бәйләп сыға, карауат, ултырғыс япмаларын да төрләндереп бәйләй. Бар эшкә лә оҫта, уңған, изге күңелле, һылыу ҡыҙға күҙ атып йөрөүселәр ҙә була. Ләкин уларҙың береһенә лә Тәнзилә апайҙың күңеле ятмай. Өлөшөнә төшкән көмөшө Асҡын районы Сөйөш ауылы егете Мәхийән Мөхәмәтвәли улы була. Йәштәр күпмелер осрашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡора һәм Сөйөш ауылына ҡайтып төпләнә. Бик матур итеп йәшәп китәләр. Тәнзилә апай Сөйөш урмансылығына эшкә урынлашып, ғүмер буйы шунда намыҫлы хеҙмәт һала. Яҙлы-көҙлө ағас ултырталар, йәйҙәрен питомникта йәш үҫентеләрҙе утап, тәрбиәләй, ҡыштарын мунсала цехында эшләй. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте бик күп маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.

Мәхийән ағайҙың да ғүмере хеҙмәттә үтә. Тәүҙә Муллаҡай ауылында колонияла һаҡсы булып эшләй. Артабан оҙаҡ йылдар Сөйөш урмансылығында төрлө эштәр башҡара. “Төй” совхозында ла бер аҙ эшләп ала. Хаҡлы ялға сығыр алдынан бер нисә йыл Себер тарафтарында хеҙмәт һала.

Тәнзилә апай менән Мәхийән ағай дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Ҡыҙҙар бәләкәйҙән әсәләре янында барыһына ла өйрәнеп, ҡул эштәренә лә, аш-һыуға ла оҫта булып үҫә. Мәктәптә лә яҡшы уҡыйҙар. Уларҙың өсөһө – уҡытыусы, береһе - тегеүсе һөнәрен һайлаған.

Оло ҡыҙҙары Рәфидә апай Ҡашҡа урта мәктәбендә 35 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып тырышып эшләп, туғыҙ сығарылыш класс уҡыусыларына төплө белем һәм матур тәрбиә биреп, күңелдәренә изгелек орлоҡтары һала, төрлө яҡлап һәләттәрен аса. Әйткәндәй, 1978 йылда эшкә ҡайтып мәктәптә башлап башҡорт телендә уҡыта башлаған йәш белгестәрҙең береһе була Рәфидә Мәхийән ҡыҙы. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамоталары алып, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға ул. Тормош иптәше Рәфит ағай менән матур итеп йорт һалып сығып, етеш тормошта бәхетле ғүмер итәләр. Бөгөн дә баҡса тултырып йәшелсә-емеш, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, еләктәр үҫтереп мәж киләләр. Ҡышҡылыҡҡа төрләндереп салаттар, ҡайнатмалар, һуттар әҙерләй улар. Өс бала үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә биреп, бөгөн инде өс ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана улар.

Икенсе ҡыҙҙары Зифа апай Ағиҙел ҡалаһында ғүмер итә. Уның “тегеүсе” тигән даны бар. Бар ғүмерен тырыш хеҙмәттә үткәргән Зифа апай ҙа бөгөн хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, ул яратҡан һөнәрен ташламай, бөгөн дә төрлө заказдар ҡабул итеп, бына тигән зауыҡлы кейемдәр һәм башҡа заманса әйберҙәр тегә. Бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн дүрт ейән-ейәнсәр һөйә хәстәрлекле өләсәй.

Өсөнсө ҡыҙҙары Зилиә апай ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған талантлы педагог. Ул Өфөлә 131-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләү менән бер рәттән 2006 йылдан алып директор урынбаҫары вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Ҡала мөхитендә үҫкән балаларҙа туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятып, һөйөү тәрбиәләп, ҙур уңыштарға ирешкәне өсөн ижади эшләүсе уҡытыусы “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. ЗилиәМәхийән ҡыҙы тормош иптәше Таһирйән Мәсәүи улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн ике ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй менән олатай булған.

Ғаиләлә төпсөк ҡыҙ Эльза апай ҙа һөнәре буйынса уҡытыусы. Уның Билгеш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлауына ла 33 йыл тулған. Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы уҡытыусы директор урынбаҫары, мәктәп директоры булып та эшләп ала. Ҡулайлаштырыу елдәре Билгеш мәктәбенә лә ҡағылып, белем усағы башланғысҡа ҡалдырыла. Эльза Мәхийән ҡыҙы бөгөн 1-3-сө класс уҡыусыларына белем биреү, уларҙы илһөйәр, телһөйәр, маҡсатсан итеп тәрбиәләү өсөн бар тырышлығын, һәләтен һала. Тормош иптәше Илдус ағай менән бер ул үҫтергәндәр. Илнар бөгөн Себер тарафтарында уңышлы эшләй.

Бына дүртенсе йыл инде Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы Билгеш ауылында Эльза апай менән Илдус ағайҙың тәрбиәһендә уларҙың ҙур, иркен, бөтә уңайлыҡтары булған йортонда ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә. Ҡыҙҙары ла әсәләре янына әленән-әле ҡайтып, хәлен белеп тора.

- Әсәйебеҙ беҙҙең иҫ киткес уңған, оло йөрәкле, шул тиклем итәғәтле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙ. Үҙем хәҙер күптән әсәй, өләсәй булғас, әсәйемдең ғүмер юлын барлайым да, уның шул тиклем түҙемлелегенә, ауыр ваҡыттарҙа ла бирешмәй, көслө рухлы булып ҡала белеүенә, һәр саҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, атайыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә терәк-таяныс, ышаныслы тормош иптәше булып, балалары алдында һәр саҡ атай абруйын күтәреп йәшәүенә һоҡланам һәм ғорурланам. Ауыр замандарҙа, юҡлыҡ осоронда беҙҙе, дүрт баланы, уҡытып, кеше итер өсөн бик ҙур тырышлыҡ һалды ул. Көн буйы эшендә арып, өйгә ҡайтҡас йорт мәшәҡәттәрен башҡарып, мал-тыуарҙы ҡарап, бәйләменә йәки тегеүенә ултырыр ине. Беҙгә һәр саҡ үҙе матур итеп тегеп, бәйләп кейҙерә торғайны ул кейемдәрҙе. Нисек барыһына ла өлгөргән? Ҡайҙан көс алған? Уның тәрбиәһенә лә хайран ҡалам. Бер ваҡытта ла кешегә ауыр һүҙ әйтмәне, кеше һөйләмәне, атайымды беҙҙең алда әрләмәне, түбәнһетмәне. Уның менән 35 йыл ғүмер итте әсәйебеҙ. 1991 йылда атайыбыҙ мәрхүм булды. Гел яҡшыны, матурлыҡты күрергә һәм белемгә, матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылырға өйрәтте әсәйебеҙ. Тормошта хаталар булмай тормай, кисерә белергә кәрәк, тип әйтә торғайны ул беҙгә. Ул үҙе лә бер кемгә лә асыу тотмай. Әсәйебеҙҙең күркәм сифаттарын һанап бөтөрөп тә булмай. Беҙ ҡәҙерле кешебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уны яратабыҙ һәм оло юбилейы – 85 йәшен матур итеп беҙҙең менән ҡаршы алыуына һөйөнәбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә шулай беҙгә әсәйле булып йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен. Әсәйебеҙгә бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп ғүмер кисерергә ярҙһын!- тине Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Рәфидә Мәхийән ҡыҙы.

- Әсәйебеҙ ғүмер буйы ваҡыттың ҡәҙерен белеп, бер минутын да әрәм итмәй йәшәне. Әле лә шулай. Хәленән килгәнсә йорт эштәрендә лә булыша, тәмле итеп ашарға бешереп ҡуя. Оло йәштә булһа ла ҡулынан энәһе, ырғағы һәм ебе төшмәй. Уның бәйләгән, теккән, сиккән әйберҙәренән ҙур бер музей ҡоршап булыр ине. Үҙ ғүмеренә күпме ойоҡбаш, бейәләй, башмаҡар, ултырғыс япмалары һәм башҡаларҙы бәйләне икән ул? Береһен дә һатмай, тик бүләк итә. Шулай балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, таныштарға килгән һайын бүләк итеп, күңел йылыһын өләшә ул. Бер генә әйберҙе лә әрәм итмәй, уларҙы һүтеп, яңынан бәйләп, яңы һулыш бирә. Шулай бик күп ҡорама юрғандар, мендәрҙәр, ултырғыс, сике япмалары барлыҡҡа килде. Төнлә уянып, йоҡлап китә алмаһа ла, бәйләменә ултыра ул. Шулай ҡул эшенән йәм табып, күңелендә тик изгелеккә урын биреп ғүмер итә ҡәҙерлебеҙ, - тип һоҡланыуын белдерҙе Эльза апай.

Бөгөнгө тормоштоң матурлығына, рәхәтлегенә һөйөнөп йәшәй күпте күргән, күпте кисергән хөрмәтле ағинәй. “Бәхетле йәшәр өсөн барыһы ла бар, ил-көнөбөҙ тыныс, ғаиләләр имен булһын, ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, йәштәр тарҡалмаһын, балалар етем үҫмәһен ине”, - тигән теләктәрен еткерҙе ул. Балаларының шундай тырыш, ихтирамлы, мәрхәмәтле булыуҙарына, матур итеп етеш донъя көтөүҙәренә, 8 ейән-ейәнсәренең уңыштарына һәм туғыҙ бүлә-бүләсәренең нисек үҫеүен күрә алыуына һөйөнөп ғүмер кисерә 85 йәшен тултырыусы Тәнзилә Әхмәтсафа ҡыҙы.

Был турала тулыраҡ "Ышаныч" гәзитенең 20 октябрҙә сығасаҡ һанында уҡый алаһығыҙ.

Наилә Имаева. Автор фотолары.
Читайте нас: