Ирина Ноғоманова – районыбыҙҙың Оло Шаҙы ауылы һылыуы. Альберт һәм Рима Фәрхетдиновтар ғаиләһендә икенсе бала булып тыуа. Ата-әсәһен шатландырып, бик уңған, тырыш, аҡыллы булып үҫә ҡыҙ. Ағаһы Илсур, һеңлеһе Илнара менән бик татыу үҫәләр. Йәше еткәс, ауыл мәктәбенә уҡырға керә. Уҡыуҙа ла һынатмай ул – тик “биш” билдәләренә генә өлгәшә, район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Мәктәп йылдарында уҡ Ирина бешеренеү менән мауыға башлай. Белем усағында ойошторолған йәрминкәләргә тәмлекәстәр бешереп сығара. Ә аш-һыуға һөйөүҙе әсәһе тәрбиәләй. Һәр ваҡыт төрлө ризыҡтар әҙерләгән әсәһенә эйәреп Ирина ла аш-һыу серҙәренә төшөнә, тәжрибә туплай.
2010 йылда мәктәпте тамамлап Бөрө ҡалаһының Башҡорт дәүләт университеты филиалына уҡырға инә. Студент йылдарында буласаҡ тормош иптәше Эдуардты осрата. Йәш егет үҙенең иғтибарлылығы, хәстәрлекле булыуы менән Иринаның йөрәген арбай. Хистәренең ныҡлығына инанған йәштәр ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Шулай итеп, 2014 йылда гөрләтеп туйҙар яһайҙар. Ноғомановтар ғаиләһен йәмләп, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килә.
Оло улыбыҙ Роберт холҡо буйынса тыныс, һәр аҙымын ныҡлы уйлап эш итә, һөйләй. Ул бар машинаның маркаһын, илдәрҙең флагын белә, шулар менән ҡыҙыҡһына. Бәләкәсебеҙ Радим уның тап киреһе – шуҡ, илгәҙәк малай. Бар нәмә менән дә ҡыҙыҡһына, бер урында оҙаҡ ултырып сыҙай алмай. Ул күберәге минең менән аш-һыу бүлмәһендә урала, миңә ярҙам итә, - тип һөйләй Ирина улдары тураһында. Уңған хужабикә декрет ялында үҙенең яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Өфө ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре алып ҡайта. Яратҡан шөғөлө килем табыу ысулына әйләнә. Заказ менән торттар, кекстар бешерә. Уның тәмле торттарын бер ҡабарт ашап ҡараусылар яңынан заказ бирәләр. Әкренләп үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Ирина оҫтарғандан-оҫтара, рецептарын арттыра бара.
Торттар бешереү миңә оҡшай. Әлеге ваҡытта ла интернет селтәрендә онлайн-оҫталыҡ курстары үтеп торам. Башта яҡындарым өсөн генә бешерҙем, уларҙы байрамдарҙа тәмлекәстәр менән һыйлай инем. Балалар менән декрет ялында ултырғанда был шөғөлөм төшөмлө кәсепкә әйләнде. Киләсәктә лә ошо юҫыҡта эшләүемде дауам итергә ниәтләйем, — ти Ирина Ноғоманова. Үҙен күрә ҡатмарлы ғына шөғөлдө үҙ иткән, бешергән һәр тәмлекәсенә күңел йылыһын, бай фантазияһын һалған, ике бәләкәй бала менән бар нәмәгә өлгөргән йәш әсәгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел!