Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
27 Март 2020, 13:40

Эштәрендә күңел йылыһы

Ҡул эштәре ғүмер-ғүмергә затлы ижад булып һанала. Европа илдәрендә тәбиғи материалдарҙан яһалған көндәлек ҡулланыу әйберҙәре, кейем-һалым бик ҡиммәт тора. Һуңғы ваҡытта беҙҙең төбәктә лә ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр күбәйеп китте.Борай районы.

Араларында йәштәр ҙә, ололар ҙа байтаҡ. Уйлап ҡараһаң, юғары технологиялар ҙур үҫеш алған заманда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү бөтөнләй ҙә кәрәк түгел, өҫ кейемдәрен үҙ ҡулың менән тегеүең, таҫтамалдар сигеүҙең, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп мәшәҡәтләнеүҙең мәғәнәһе лә юҡ кеүек. Ә шулай ҙа ҡул эше менән ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта.
Ҡузбай ауылында йәшәүсе Вәрисә апай Ғарифуллина был шөғөл менән күптән мауыға. Ҡасандыр был эш уға тормош алып барырға ла ярҙам иткән. Вәрисә апай менән уның йылы, яҡты өйөндә һөйләшеп ултырабыҙ.
Ҡайҙа күҙ һалһаң да уның ижад емешенә төртөләһең. Иҫ киткес матур биҙәктәр төшөрөлгән балаҫтар, сиккән таҫтамалдар, бәйләнгән ойоҡбаштар, башмаҡтар... Һәр әйберҙә оҫтаның күҙ нуры, ҡул йылыһы, күңел матурлығы һаҡлана. Күптән түгел Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан уҙған смотр-концертта ла Вәрисә апайҙың ҡул эштәре ауыл клубында ойошторолған күргәҙмәлә урын алғайны.
— Бәйләм-сигеүгә килгәндә, “ваҡыт етмәй” тип әйтеүселәр байтаҡ. Әммә үҙеңә илһам, йыуаныс, ҡәнәғәтлек бирә торған ҡул эшенә ваҡыт табырға була, — ти оҫта.
Һөйләгәндә лә уның энәһе тик торманы, береһенән-береһе матурыраҡ сәскәләр сикте лә сикте.
Автор: Гөлназ Хужина.
Читайте нас: