Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
8 Ғинуар 2020, 15:25

Эш эшләгән арала серләшергә лә өлгөрәләр

Кис ултырыуҙар тергеҙелә!

Кис ултырыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡмаған икән! Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йортонда тергеҙелә ул! Мәҙәниәт усағы методисы Ралиф Муллаянов әйтеүенсә, ауылда ҡул эштәренә оҫта хужабикәләр күп. Ҡышҡы кистәрҙә улар мәҙәниәт йортона йыйылып, бергәләшеп ниндәй ҙә булһа яңы эш алымын, йәиһә яңы биҙәк нескәлектәрен бергәләп өйрәнә. Хәҙер ҡыҙыҡһыныуҙары ла төрлө уларҙың. Кемдер сигә, икенсе берәү ултырғыс япмалары бәйләй, өсөнсө кеше иһә йөн иләй, ойоҡбаш-бәйәләй, башмаҡ бәйләй. Ә йәшерәктәр Интернет селтәренән изолондан йәки төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскәләр яһарға өйрәнә.
Сираттағы осрашыу кисә үтеп, “Өләсәйем һандығы” тип атала. Сараға уңған хужабикәләр ҡул эштэрен алып килә. Оҫталар үҙҙәренең эш серҙәре менән уртаҡлаша. Бергәләп яңы биҙәк бәйләргә өйрәнеп, олораҡтар йәш саҡтарын иҫкә алып, күңелле йырҙар тыңлап, йырлап, сәй эсеп, күңелдәрен илһамландырып таралышалар.
Әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең ҡул эштәрен тергеҙеүсе Солтанбәк гүзәл заттарына “афарин!” тиергә генә ҡала.

Наилә Имаева.

Читайте нас: