Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
1 Февраль 2019, 11:54

Асҡын районында йәшәүсе Ләйсән Суфиянова торттар бешерә

Суфияновтарҙың йорто бер-бер артлы тыуған балаларҙың шат тауыштарына күмелгән. Дөрөҫөрәге, Динислам, Гүзәл, Ильяс һәм Әминә шау-гөр килеп уйнай, ә өлкән апайҙары әсәләре янында. Бөгөн өсәүләп торт бешерәләр! Бындай саҡта улар шундай етди, ә аш-һыу бүлмәһе серле тойола. Бәләкәйҙәргә юҡ-барға борсоп, ҡамасаулап йөрөргә рөхсәт юҡ.

— Аш-һыуға бисмиллаңды әйтеп, тыныс күңел менән тотонорға кәрәк. Шунда ғына ризығың уңа, тәмле, бәрәкәтле була. Ҡыҙҙарым Айһылыу менән Лилиә минең уң ҡулым. “Һә” тигәнсе һауыт-һабаны йыуып ҡуялар, ҡамырҙы туҡып бирәләр, сәскәләр төшөрәләр.

Хужабикәләр эшемде оҡшатҡанға, әленән-әле заказдар булып тора. Берәүҙәргә — юбилейға, икенселәренә — аят ашына, өсөнсөләргә никахҡа кәрәк. Һәр торт бер көн алдан кисен бешерелә. Татлы ризыҡты өҫтәлгә еткергәнсе байтаҡ көс түгергә, фантазияны эшкә егергә тура килә. Торт бешереү — сабырлыҡ һәм ваҡыт талап иткән ижади эш ул. Шуға бәләкәстәр һәр минутыбыҙ ҡәҙерле икәнен аңлай, бер ҙә юҡтан борсомай. Ундай мәшәҡәтле кистәр "быныһы ғаиләбеҙ өсөн" тип бешерелгән тәмлекәсләп сәй эсеү менән тамамлана, — ти уңған хужабикә.

Ләйсән бөгөн яратҡан шөғөлөндә ярайһы ғына тәжрибә туплаған. Крем өсөн ҡайҙа сифатлы ҡаймаҡ һатылғанын, ниндәй биҙәк эшләү өсөн ҡайһы яйланма яҡшыраҡ икәнен белә. Өй шарттарында мастика, айсинг эшләргә лә өйрәнгән. Ҡулы көндән-көн етеҙләнә, оҫтара барһа ла, ул эҙләнә, өйрәнә. Клиенттың теләген үтәү уңыш сере икәнен яҡшы аңлай уңған ҡатын. Шуға ҡамырҙың ниндәй төрө кәрәклегенән алып, аҙаҡҡы нөктәгә тиклем бергә кәңәшләшеп хәл ителә. Ә инде ниндәй торт кәрәклеген аныҡ ҡына әйтеп бирә алмаһалар, ҡамырҙың бер нисә төрөн бешереүе, кремдың йогуртлыһын, эремсеклеһен, крем-чиз, крем-пломбир тигәндәрен эшләүе тураһында һөйләй. Ниндәй ваҡиғаға әҙерләнгәненә ҡарап, биҙәлешен дә тәҡдим итә. Ә бына иң ҙур тортты — өс килограмлыны ул атаһының тыуған көнөнә бешергән.

Бына шулай егәрле Ләйсәндең яратҡан шөғөлө әкренләп кенә килем килтерә башлаған.
Читайте нас: