Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
3 Сентябрь 2018, 12:12

Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты

Быйыл марафон дүртенсе тапҡыр уҙҙы. Сарала 10 илдән 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программала 3,10, 21, 1 һәм 42,2 саҡрымлыҡ арауыҡтар, шулай уҡ 4×10 саҡрымлыҡ эстафета һәм хендбайкерҙар – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсылар ярышы ҡаралғайны.

2 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты.
– Спорт – ул һәйбәт, ә ошолай күмәкләп йүгереүҙәр – бигерәк тә. Мин Өфө марафонында тәүгә ҡатнашам. Башҡалар кеүек үк, бер аҙ тулҡынланам, сөнки был – саҡырыу. Бындай саранан адреналин алаһың, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторған #бегупомогуакцияһы барышында 3 саҡрымлыҡ арауыҡты үтте.
– Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында йүгерә, ярыштарҙа ҡатнаша алмаған балаларға ярҙам итке килә. Мин дә, хәйриә фонды командаһы ла әлеге сараларҙа ошо балалар өсөн ҡатнашабыҙ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. – Бынан тыш, интернетта аҡса йыйыу ойошторҙоҡ. Атап әйткәндә мин, әгәр шулай тип әйтергә мөмкин булһа, бөгөн бында килә алмаған ике малай өсөн аҡса йыйыуға яуап бирҙем. Улар күберәк өйҙә ултыра, ҡайһы берҙә «Мәрхәмәт» уҡыу үҙәгенә килә. Беҙ һәйбәт сумма йыйҙыҡ, был уларҙы йыл ярым уҡытырға етергә тейеш.
Республика башлығы журналистарға физкультура менән даими шөғөлләнеү уға ошо арауыҡты үтергә ярҙам итергә тейешлеге хаҡында һөйләне.
– Иң мөһиме – һөҙөмтәләр түгел, ә ҡатнашыу. Спорт менән шөғөлләнгән, бер үк ваҡытта оло йөрәкле, шул иҫәптән үҙҙәрен шәфҡәтлелек эшенә биргән кешеләр күп, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфө марафонының билдәле бер тарихы ла бар. Унда меңдәрсә кешенең йүгереүе бик ҡыуаныслы. Өҫтәүенә беҙгә башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Быларҙың барыһы ла оптимистик тулҡынға көйләй. Тимәк, беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Иң мөһиме – беҙ марафонда ҡатнашыусыларҙың мохтаждарға күрһәткән ярҙамы аша кешеләргә кәрәкбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1204494-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-ufimskom-mezhdunarodnom-marafone/
Читайте нас: