Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
3 Сентябрь 2018, 11:50

Борай районы Баҡалы ауылында йәшәүсе Эмма Ниғмәтйәнова матурлыҡ өләшә

Халҡыбыҙ элек-электән ҡул эше оҫталары менән дан тотҡан. Баҡалы ауылында йәшәүсе Эмма Ниғмәтйәнова менән дә ауылдаштары хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ул районыбыҙҙа ғына түгел, ситтә лә таныла бара. Эмма Ҡадир ҡыҙының береһенән-береһе матур, сағыу, үҙенсәлекле ҡул эштәре ҙур һорау менән ҡулланыла.

Эмма бәләкәйҙән өләсәһе һәм һеңлеһе менән урман-ҡырҙарға йөрөргә ярата. Еләк йыйып, аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланып, уларҙың һәр береһен наҙлап, “һөйләшеп” үҫә. Күп тә үтмәй шул матурлыҡты ҡағыҙға төшөрә башлай.
2004 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлағас, Йомаҡай ауылында хеҙмәт юлын башлай. Йәш белгестең һүрәт төшөрөргә оҫта икәнен ишетеп, йәш килендәрҙең көйәнтә, һандыҡ, биҙрәләрен сәскәләр, аҡҡоштар менән биҙәп биреүен үтенәләр. Шулай уның килемле генә яратҡан шөғөлө барлыҡҡа килә.
Интернет селтәренән күреп, Эмма Ҡадир ҡыҙына башҡа райондарҙан да йәш парҙар мөрәжәғәт итә. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы үтәргә ярҙам итә алыуына Эмма үҙе лә бик ҡыуана. Шуға күрә ул һәр эшкә илһамланып тотона, үҙенсәлекле биҙәктәр төшөрөргә тырыша.
Эмма Ҡадир ҡыҙы үҙенең һөнәрен дә бик ярата, мәктәптә уңышлы эшләп йөрөй. Балаларҙы һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә өйрәтә. Үҙе лә сәхнәнән төшмәй, ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Шундай матур сифаттар кешене биҙәй, дәрәжәһен күтәрә, ғаиләһенә, милләтенә файҙа килтерә.
Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: