Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
7 Февраль 2018, 18:53

Венера Ғәлиева үҙенсәлекле кейемдәр тегә

Заман һынауына бирешмәй, тормошта матур эше, яҡты йөҙө, йылы һүҙҙәре менән тирә-яҡҡа нур өләшеүсе кешеләр менән аралашыу күңелгә рәхәтлек бирә. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе зәңгәр күҙле мөләйем башҡорт ҡыҙы Венера Ғәлиеваны ла ҡала һәм район халҡы донъяға ғашиҡ оҫта ҡуллы тегеүсе тип белә. Шуға күрә йомошо бары ла, юғы ла уның эргәһенә һыйына.

Венера IX класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға китә. Училищенан һуң юғары уҡыу йортона – Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының һынлы сәнғәт факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, өс йыл тыуған яғы Асҡындағы Балалар ижады үҙәгендә эшләй – йәш рәссам түңәрәгендә балаларға өҫтәмә белем бирә. Майлы буяуҙар менән эшләнгән сағыу һүрәттәре туғандарының өйҙәрен йәмләй.
Венера Рәлиф ҡыҙы 2010 йылда Бөрөгә күсеп килә. “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә инженер-конструктор булып урынлаша. Көнө буйы компьютер артында уйынсыҡ деталдәре эшләү һаулыҡҡа йоғонто яһай. Шуға күрә Венера был урындан китергә мәжбүр була.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратҡан оҫта ҡыҙ бына ике йыл инде үҙенең шәхси оҫтаханаһында ҡала халҡын матур күлдәктәре, костюмдары менән ҡыуандыра. “Клиенттарымдың күбеһе ауылдарҙан. Суслов, Николаевка, Осиновка, Баженов ауылдарынан, Мишкә районынан килеүселәр ҙә бар. Балалар баҡсаһына махсус заказдар менән әкиәт геройҙарының күлдәктәрен ҙур теләк менән тегәм. Шыршы байрамына хатта Санкт-Петербургтан тегеп биреүемде һоранылар”, – тип ҡыуанысын йәшермәй ул. Венераның ҡулынан иҫке джинсылар ҙа бынамын тигән яңы сумкаларға, балалар өсөн рюкзактарға әйләнгән.
Ғаиләлә матурлыҡҡа, ҡул эштәренә һөйөү тәрбиәләүҙә әсәһе Вәғиҙә Мәсәғүт ҡыҙының роле ҙур була. Ул ғүмер буйы Ҡашҡа ауылы участка дауаханаһында балалар табибы булып эшләй. Бик йәшләй атайһыҙ ҡалған балалар барлыҡ эште үҙ көстәре менән башҡара. “Бесән дә саптыҡ, утын да ярҙыҡ, тектек, сиктек, уҡырға ла өлгөрә инек, – ти Венера. – Ә тегеүгә килгәндә, иҫ белгәндән ҡырҡтым, яманым, тектем, килеп сыҡмағанда ла был эшемде ташламаным. Хатта әсәйемдең яңы ғына пальтоһын да боҙған булып сыҡтым. Ләкин ул бер ваҡытта ла мине әрләмәне, хуплап ҡына торҙо. Ә аҙаҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған Әлмира һеңлем заказдарын даими биреп кенә торҙо. Иптәш ҡыҙҙарына ла тегеп бирә инем”.
Бына шулай бала саҡтан һалынған мауығыу бөгөн табыш килтереүсе шөғөлгә әйләнгән. Венера юғары уҡыу йортонда дизайн серҙәренә бер ни тиклем өйрәнгән. Үҙ эшенә ижади ҡараусы тегеүсе булараҡ, ул һәр ваҡыт белемен камиллаштыра, эҙләнә. Мода журналдарын ҡарай, интернеттағы махсус сайттарҙан яңы алымдар өйрәнә, уларға үҙенең фантазияһын ҡуша. Башта төрлө кейем, аҙаҡ тәҙрә шаршауҙары теккән. Заказ биреүселәр ҙә күбәйгәс, арендаға урын алып, үҙенең шәхси эшмәкәрлеген башлаған.
Венера менән аралашҡанда ғаиләләге берҙәмлек, татыулыҡ һиҙелеп тора. Вәғиҙә Мәсәғүт ҡыҙы дүрт бала тәрбиәләгән. Эшлекле, уҡыуға әүәҫ, сәнғәткә ғашиҡ балаларҙың һәр береһе юғары белемле. Ҡыҙы Гөлнара Бөрө кооператив техникумында уҡыта. Шиғырҙары, мәҡәләләре район гәзитендә баҫылып тора. Әлмира – табип. Улы Фәғил Өфө дәүләт аграр университетында магистратурала белем ала. Өлгөр егет буш ваҡыттарында эшләп, үҙенә машина һатып алған, Бөрөлә өй күтәргән. Ир иңенә һалынған эштәрҙе башҡарырға өлкән апаһының ире Денис еҙнәһенән өйрәнгән.
Венера Ғәлиева тормош иптәше менән ҡыҙ тәрбиәләй, яңы өй һалалар. “Ирем дә уңған, аҡыллы. Себерҙән ҡайтҡан арала таксиҙа эшләп ала. Танышыуыбыҙ ҙа шул таксиҙа булды”, – ти Венера йылмайып.
Эше барҙың ашы булыр, ти халыҡ мәҡәле. Күңеле һәр ваҡыт ҡул эштәренә тартылған оҫта эшһеҙ ултырыуҙы белмәй. Шуға күрә аҡсаһы ла килеп тора, өҫтәленән аш-һыуы ла өҙөлмәй. Киләсәктә ул тегеү эшен дауам итергә, эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтергә хыяллана.
Ғәлиә Ғәниева.

Читайте нас: