Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
22 Ғинуар 2018, 17:25

Байҡы быймалары

Ҡариҙел районы Байҡы “Нур” быйма баҫыу цехы айына 300-гә яҡын пар быйма әҙерләй. Етештереүгә 13 кеше йәлеп ителгән. Цехта йөн тетеү һәм ике быйма баҫыу машинаһы эшләй. Йөндө ауыл кешеләре лә, күрше Асҡын, Мишкә райондарынан да килтерәләр. Эш цехта октябрҙә башлана һәм мартҡа тиклем дауам итә. Быймалар район үҙәге, Магинск ауылы магазиндарында, йәрминкәләрҙә һатыла. Уларҙы шулай уҡ цехтан килеп алырға ла мөмкин. Бирелә һәр кем үҙенә оҡшаған, яраған йылы аяҡ кейемен һайлап алыу мөмкинлегенә эйә, уларҙың хатта матурлап сигелгәндәре лә бар.

Зөлфирә Зарипова.
Читайте нас: