Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
21 Декабрь 2017, 16:58

Халыҡ кәсебен тергеҙәләр

Ҡалала өсөнсө йыл рәттән Бөрө тарих музейы эргәһендә “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге эшләп килә. Маҡсаттары – боронғо халыҡ кәсебен тергеҙеү, пропагандалау, үҙҙәре белгәнде киләсәк быуынға еткереү.

Ҡалала өсөнсө йыл рәттән Бөрө тарих музейы эргәһендә “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге эшләп килә. Маҡсаттары – боронғо халыҡ кәсебен тергеҙеү, пропагандалау, үҙҙәре белгәнде киләсәк быуынға еткереү.
“Туҡыма туҡыу – төбө күренмәгән, юғары потенциал менән һуғарылған үҙенсәлекле һөнәр. Уны тыуҙырыу һәм халыҡ ижады сәнғәте кимәленә күтәреү бик күп көс талап итә", – ти үҙәк етәксеһе Рәзилә Ғәрифуллина.
Рәзилә апайҙың тыуған яғы Әлшәй яҡтарында туҡыма туҡымаған, шәл бәйләмәгән кеше юҡтыр. Әсәһе көнө-төнө эштә булғас, бәләкәйҙән өләсәһе итәгендә — станок араһында үҫкән ул. Үҙ эшенең оҫтаһы Рәзилә Вәкил ҡыҙы бөгөн 60-лаған ҡатын-ҡыҙҙы туҡыма туҡыу серҙәренә төшөндөрә. Халыҡ ижадын тергеҙеүселәр бер ҡайҙа ла махсус белем алмаған, ә үҙҙәренең йөрәк ҡушыуы буйынса килгән. Ҡаланан һәм Бөрө районы ауылдарынан ғына түгел, ә күрше райондарҙан, хатта Өфөнән йыйылғандар. Ыжғыр бурандар ҙа, ҡойма ямғырҙар ҙа ҡурҡытмай уларҙы.
Туҡыма туҡыусылар араһында пенсионерҙар, инвалидтар, уҡытыусылар, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары бар. “Пенсияға сыҡҡас ҡапыл күңел бушап ҡалғандай була. Бына шул бушлыҡты беҙ ошонда тултырабыҙ, ҡайғыбыҙҙы ла, шатлығыбыҙҙы ла ошонда бүлешәбеҙ”, – ти Борайҙан Альбина Нафиҡова. 4-се кластан Ангелина Яндуганова ла бында теләп йөрөй. Студенттар иһә туҡыма туҡыуҙың асылын теоретик яҡтан өйрәнә. Уның тарихын, орнаменттарҙың мәғәнәһен, туҡыма туҡыуҙың балалар психологияһына һәм моторикаһы үҫешенә ыңғай йоғонтоһон тикшерәләр. Филология фәндәре кандидаты, хәҙер инде үҙәктең етәксеһе Рәзилә Вәкил ҡыҙының ғилми етәкселегендә лә сығарылыш квалификация эштәре яҙылған. Был йәһәттән байтаҡ йылдар Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләгән остаздың студенттарға рәхмәте айырыуса ҙур.
Ҡыҙҙар боронғо шөғөлдө үҙ аллы өйрәнә. Нескәлектәрен иһә халыҡ тәжрибәһенә нигеҙләнеп үҙләштерәләр. Шуға күрә ҡайҙа барһалар ҙа – күрше өлкәләрҙән, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Борай райондарынан – орнаменттарҙы үҙҙәре өйрәнеп ҡайта. “Һәр райондың үҙенә генә хас биҙәктәре бар. Әлшәй һәм Ейәнсура шәлдәре, Ғафури һәм Әбйәлил райондарының аҫалы балаҫтары бер-береһенән айырыла,”– ти улар.
Һәр халыҡтың үҙ биҙәктәре барлығын да оноторға ярамай. Шуға күрә улар һуҡҡан балаҫтар, билбауҙар һәм шәлдәр төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас орнаменттарҙан тора. Рус, татар, мари, сыуаш халыҡтары биҙәктәренән торған ҡул эштәре лә бар. Улар халыҡтар дуҫлығы биҙәге булып балҡый.
Үҙәкте асыу өсөн музейҙа һаҡланған иҫке станок сәбәпсе булған. Музей хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ул 150-200 йыл элек яһалған булырға тейеш. Бер станоктан хәҙер улар 25-кә тулған. Иҫке станоктарҙы реставрациялау, көйләү эше Андрей Викторович Кырчиковҡа йөкмәтелгән. Оҫта станоктарҙың телен яҡшы аңлай. Боҙолған ҡорамалды тиҙ арала көйләп ебәрә, яңыларын да эшләй. Бушаған арала боронғо хәрбиҙәрҙең билбауҙарын, янсыҡтарын һуға.
Бына шулай эшһеҙ ултырған станок эшкә егелгән, епкә еп ҡушылып, биҙәккә биҙәк һалынып, бынамын тигән шәлдәр, балаҫтар, таҫтамалдар килеп сыҡҡан. Улар кәзә дебетенән, төрлө ептәрҙән, иҫке яулыҡтарҙан, ҡорама тауарҙарҙан туҡылған. Өс йыл дәүерендә ҡыҙҙар байтаҡ коллекция туплап өлгөргән. “Орловка” фестивалендә ҡатнашып, лауреат булғандар. Әлшәйҙә үткән “Башҡорт шәле-2017” республика фестиваль-конкурсында, “Быуаттарҙы бәйләүсе еп” фестивалендә диплом менән бүләкләнгәндәр.
Эшһеҙ ултырыуҙы яратмаған коллектив киләһе йылдың февралендә Бөрө ҡалаһы музейына күргәҙмәгә йыйына. Ә апрелдә иһә “Урал” республика сәнғәт галереяһында үҙ ҡунаҡтарын көтөп ҡалалар. Һәр килгән кешегә оҫталыҡ дәресе күрһәтәсәктәр. Киләсәктә туҡыма туҡыу йортон тағы ла киңәйтеп, “Һөнәрселәр йорто”н булдырмаҡсылар. Бына шулай бер быуын алда онотола яҙған һөнәрҙе балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә өйрәтеп ҡалдырыу өсөн яңы маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәй улар.
Әйткәндәй, “Ебәк юлы” туҡыма туҡыу үҙәге үҙенсәлекле ҡул эшенә өйрәнергә теләүселәрҙе һәр шишәмбе һәм кесаҙна сәғәт икенән алып бишкә тиклем көтөп ҡала. Ә Рәсәйҙә 2018 йыл Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителеү уңайынан, һәр теләгән кеше үҙ ирке менән үҙәккә ҡушыла һәм халыҡ һөнәрен тергеҙеү эшендә ҡатнаша аласаҡ.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: