Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
8 Декабрь 2017, 14:51

Рәссам-скульптор Сергей Павлов халыҡ традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм таратыуға ҙур өлөш индерә

Сергей Павлов – ағастан ырып һынландырылған образдары, эксклюзив әйберҙәре менән Бөрөлә генә түгел, ә республикала танылыу яулаған рәссам-һырлаусы. Уның юғары художестволы оҫталыҡ менән етештерелгән әйберҙәренә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ тигән төшөнсәләр һалынған. Уларға нәҫелдән бирелгән һәләт тә ҡушылған (атаһы Виталий Павлов оҙаҡ йылдар “Һәнәк” журналында карикатурасы рәссам булып эшләй).

Сергей Павлов 1982 йылда Абрамцево ҡасабаһындағы В.М.Васнецов исемендәге художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай. Иҫтәлекле урындары, тарихи ҡомартҡылары менән дан тотҡан ижади мөхиттә «Сәскәләр» исемле сығарылыш квалификация эшен яҙа. Ул бөйөк рәссамдарҙан абрамцев-кудрин исемен алған һырлап эшләүҙең юғары өлгөһөн күрһәтә. Йәш рәссамдың фантазияһын, оҫталығын дәүләт имтиханы комиссияһы ағзалары шунда уҡ күреп ҡала. Абрамцев-кудрин һырлауына нигеҙләнеп эшләп килгән Хотьков художестволы әйберҙәр етештереү фабрикаһына эшкә саҡыралар. Ләкин Сергей Павлов үҙенең тыуған Башҡортостанына ҡайтырға ҡарар итә. Йәш рәссам училищеға тиклем үк Өфөлә йәштәр күргәҙмәһендә ҡатнашырға һәм көсөн һынап ҡарарға өлгөргән була.
1984 йылда йәш белгес Бөрө художестволы әйберҙәр етештереү фабрикаһына эшкә килә. Тормош иптәше, ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе Галина Павлова ла эксперименталь лабораторияның рәссамы итеп тәғәйенләнә. Декоратив биҙәү сәнғәтенең яңы образдарын барлыҡҡа килтереү өҫтөндә ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы эштәр башлана. Фабрикала туғыҙ йыл эшләү дәүерендә меңдән ашыу декоратив һын тыуҙыра улар һәм етештереү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Үҙгәртеп ҡороуҙар һәм торғонлоҡ фабриканы ла урап үтмәй. Эш хаҡын ваҡытында түләмәү, ҡыҫҡартыуҙар башлана. Шуға күрә Павловтар ғаиләһе үҙҙәренең шәхси предприятиеһын асырға ниәтләй. 1992 йылдан алып Сергей Витальевич «Юнон» йәмғиәтенең баш рәссамы, ә Галина Алексеевна – ойоштороусы-етәксе. Өфөнөң көньяҡ микрорайонында урынлашҡан “ЛАПА – БАШКИРСКИЙ МЕДведъ” магазин салонына өфөләр һәм ҡунаҡтар яратып йөрөй.
Рәссам-скульпторҙың күргәҙмәһендә айыуҙар төп урынды биләй: көрәшсе айыу, саңғысы айыу, айыу-хоккейсы, айыу-футболсы, еңеүсе айыу һ.б. Ябай ағас киҫәктәренә рәссамдың алтын ҡулдарынан йән өрөлгән дә улар изге күңелле, көләс, шат айыуҙарға әйләнгән. Башҡорт халҡының эпосын, тормош-көнкүрешен һынландырған “Һабантуй”, “Ҡурайсы”, “Башҡорт һыбайлыһы” декоратив анималистик эштәр ҙә күңелгә дәрт өҫтәй. Ә бына «Әбекәй» милли колорит менән һуғарылған, традицияларҙы һәм тәбиғәтте һаҡлауға саҡыра.
Сергей Павловтың коллекцияһында бирестән (кап) яһалған әйберҙәр айырыуса бер зауыҡ менән баһалана. Рәссам һөйләүенсә, бирес – ағас материалының иң яҡшы сорты. Элек ул Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмаһы һаналған. Рәсеме буйынса малахитты, төҫө буйынса йәшмә, янтарҙы хәтерләтә. Бирестән эшләнгән ағас киҫәктәре рәссамдың фантазияһын үҫтерергә мөмкинлек бирә. Интерьерға ҡуйылған декоратив биҙәү әйберҙәре, сәғәттәр, вазалар, батмандар, тәпәндәр бирестән эшләнгән.
Сергей Павлов ваҡытын һәм көсөн яратҡан шөғөлөнә бүлеп, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ художество етештереү сәнғәтен үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, халыҡ традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм таратыу өҫтөндә эшләй.
Ғәлиә Ғәниева.


Әйткәндәй...
Сергей Павлов Башҡортостандың Милли музейында үҙенең иң яҡшы эштәренән торған шәхси күргәҙмә ойошторҙо. Үткән йыл Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡала тарихи музейында уның ҡайһы бер эштәре менән таныша һәм Милли музейға күргәҙмә үткәрергә саҡыра. Коллекцияла Сергей Павловтың йөҙҙән артыҡ эше ҡуйылғайны. Бөтә экспонаттар ҙа рәссамдың үҙ ҡулдары менән эшләнгән.
— Күргәҙмәлә ағас биресенән бик күп һоҡланғыс эш тәҡдим ителде, — ти рәссамдың тормош иптәше Галина Павлова. — Бирестамыр (капокорень) — үҙағастың иң ҡиммәтле төрҙәренең береһе, ул ҡайын тамырҙарында йоҡлаусы бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Йоҡлаусы бөрөләр ни тиклем күберәк, үҙағастың текстураһы ла шул тиклем матур һәм төрлө-төрлө була. Улар ҡуңыр төҫтәге нөктәләр кеүек, эргәләрендә уратып ҡабарынҡы һүрәт барлыҡҡа килә. Беҙҙең урмандарҙа ҡайын тамырындағы бирестәр элек файҙалы ҡаҙылмалар кеүек табылған. Ләкин йылдар үтеү менән был кәсеп онотолған һәм әле яңынан тергеҙелеп килә. Бирестән эшләнгән әйберҙәр — Башҡортостандың визит карточкаһы. Шуға күрә күргәҙмәнең беренсе өлөшө ”Мөғжизәле бирес” тип аталды.
Эштәр араһында скульптуралар, хайуандар, ҡоштар һәм йәнлектәр һүрәттәре күп. Стилләштерелгән, үҙенсәлекле декоратив әйберҙәр, ысынлап та, авторҙың ағастан эшләнгән иң яҡшы анималистика әҫәрҙәре.
БР Милли музейы генераль директоры Г.Ф. Вәлиуллина әйтеүенсә, экспозиция юғары һөнәри кимәлдә әҙерләнгән. Сергей Павлов тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы, төрлө эштәрен тәҡдим иткән. Унда башҡорт эпосы һәм көнкүреше темаһы ла сағылдырылған.
”Урал” художество галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова билдәләүенсә, ағастан эшләнгән башҡорт айыуы ла республикабыҙ бренды була ала.
— Һәр рәссам айыуҙы үҙенсә һүрәтләй. Сергей Павловтың айыуҙары шәфҡәтле, күңелсәк. Улар Бөрө ҡалаһының ғына түгел, республиканың визит карточкаһы булырға мөмкин, — тине Кәримә Шәрип ҡыҙы.
Сергей Павлов ойошторған коллекция оҙаҡ йылдар дауамында төҙөлгән. Уның эштәре илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә юғары баһалана.
Ольга Бунакова.



Читайте нас: