Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
7 Ноябрь 2017, 17:57

Урмияҙҙың бәйләм оҫтаһы

Магазин кәштәләре әйберҙәрҙән һығылып торһа ла, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡулдарынан энә-ебен төшөрмәй. Киреһенсә, улар тәбиғәттең биҙәктәре, төҫтәре менән ярышып, төрлө-төрлө һоҡланғыс әйберҙәр бәйләй, тегә, сигә. Асҡын районы Урмияҙ ауылында йәшәүсе Айгөл Хәсәнова ла нәҡ ошо күңеле матурлыҡҡа ынтылған уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

«Бәләкәйҙән ҡул эштәренә өйрәндем. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә бик тырыш уҡыусы инем. Уҡытыусы нимә өйрәтһә, бөтәһен дә теләп өйрәндем. Түңәрәккә лә йөрөнөм. Ҡулъяулыҡ сигергә, ырғаҡ һәм энә менән селтәр, уйынсыҡтар, төрлөсә иттереп башмаҡтар бәйләргә өйрәндем, — ти Айгөл Хәсәнова. — Ҡул эштәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым шулай мауығыуға, шөғөлгә әйләнде. Хәҙер башлыҡтар, шәлдәр, кофталар, кардигандар ҙа бәйләйем. Күңел йылыһын һалып, үҙ ҡулдарың менән бәйләгән әйберҙәр бик ҡәҙерле. Шуға уларҙы иң яҡын кешеләремә генә бүләк итәм. Ептәргә ҡытлыҡ юҡ, рәхәтләнеп бәйлә лә бәйлә. Биҙәктәрҙе Интернеттан, журналдарҙан алам. Схемаларҙы еңел генә уҡыйым. Ауылда ҡул эштәренә маһир ҡатын-ҡыҙҙар күп ул. Шуларҙың береһе — бәйләм оҫтаһы булып танылған Фирдания апай Дихина. Уның менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, бер-беребеҙҙе дәртләндереп торабыҙ».
Айгөл ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй. Уларға ла йылы-йылы әйберҙәр бәйләп кейҙерә. Урындағы «Ағинәйҙәр» ойошмаһының уңған апайҙары: «Айгөлгә берәй үтенес менән мөрәжәғәт итһәк, бер ҡасан да кире ҡаҡмай. Уның тормош иптәше Заһир ҙа бик уңған, яҡшы кеше. Үҙе матур йырлай. Концерттарҙа ҡатнаша. Хәсәновтар кеүек үҙ көстәре менән матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтергән татыу ғаиләләр күберәк булһын ине», — ти.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: