Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
8 Сентябрь 2017, 16:01

Ҡулдарынан нур тама

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра, яңы эштәргә илһамландыра, яңы үрҙәргә әйҙәй. Борай ауылында йәшәүсе Лидия Фәйезова ла матурлыҡҡа ынтылып, оҫта ҡулдары менән мөғжизәләр тыуҙыра.

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған кешеләр һәр ваҡыт һоҡландыра, яңы эштәргә илһамландыра, яңы үрҙәргә әйҙәй. Борай ауылында йәшәүсе Лидия Фәйезова ла матурлыҡҡа ынтылып, оҫта ҡулдары менән мөғжизәләр тыуҙыра.
— Ҡул эштәренә әсәйемдән өйрәндем. Мәктәптә уҡыған ваҡытта төрлө түңәрәктәргә йөрөп, сигеү, тегеү, бәйләм бәйләү серҙәренә тағы ла нығыраҡ төшөндөм. Ижади конкурстарҙа ла үҙемде һынап ҡарай торғайным, — ти уңған ҡатын.
Тормош иптәшенән дә уңа Лидия Ивановна. Әниф Ҡәүи улы менән бәхетле ғаилә ҡороп, береһенән-береһе матур ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары — VII, ҡыҙҙары быйыл I класҡа уҡырға бара. Кесе улдары Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына йөрөй.
Фәйезовтар үҙ көстәре, тырышлыҡтары менән, “Әсәлек капиталы”н да ҡулланып, яңы йорт һалып сыҡты. Өй эсендәге тәртип, бөхтәлек, зауыҡ менән бәйләнгән ултырғыс, диван япмалары, күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр — барыһы ла хужабикәнең уңғанлығы, бөтмөрлөгө тураһында һөйләй. Лидия Ивановна юҡ ҡына әйберҙән дә матурлыҡ тыуҙыра белә, бер нәмәне лә әрәм итеп ташламай: сәскә вазалары тиһеңме, әкиәт геройҙары, баҡсаға пластик шешәләрҙән эшләгән ҡоштар тиһеңме — бөтәһе лә күңелгә матур, әйләнә-тирәне йәмләп тора. Мәктәптә, балалар баҡсаһында үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба оҫта ҡуллы әсә.
— Бер генә минутымды ла бушҡа үткәрмәйем, нәмә лә булһа эшләргә, ижад итергә тырышам. Ҡыҙымды ла белгәндәремә өйрәтәм, — ти Лидия Ивановна. — Ҡул эштәремдең күберәген бүләк итәм, заказ буйынса эшләгәндәрен һатам, әлбиттә.
Йәйҙәрен Лидияның баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Күңеле менән матур кеше генә шундай гүзәллек тыуҙырып, кешеләргә лә матурлыҡ, йылылыҡ, шатлыҡ өләшеп йәшәйҙер ул.
Марсиля Шәрипова.


Читайте нас: