Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
7 Сентябрь 2017, 18:28

Уңғандарҙың да уңғаны

Гөлфинә апай әүҙемлеге, тырышлығы менән һоҡландыра Ер кешене түгел, кеше ерҙе йәмләй, тигән мәҡәл бар. Был һүҙҙәр Асҡынды үҙ тыуған ереләй күреп, матур донъя ҡорған Архангель ҡыҙы Гөлфинә Фәсхетдин ҡыҙына тап килә.

Ер кешене түгел, кеше ерҙе йәмләй, тигән мәҡәл бар. Был һүҙҙәр Асҡынды үҙ тыуған ереләй күреп, матур донъя ҡорған Архангель ҡыҙы Гөлфинә Фәсхетдин ҡыҙына тап килә.

«Йорт һатып алғас, емеш-еләкле, сәскәле баҡса тураһында хыяллана башланым. Төрлө-төрлө сәскәләр ултыртып, ихатабыҙҙы матурланым. Алмағастар ултырттыҡ.Ҡырыҫ Асҡын тәбиғәтендә үҫеп китеүҙәренә шатланып бөтә алманым. Элек бирелә ҡыш бик һалҡын булғанға, емеш-еләк ағастары ауыр үҫә ине», — ти ул. Ысынлап та, бик матур шул Гөлфинә апайҙың баҡсаһы. Ожмах мөйөшөмө ни! Аллы-гөллө сәскәләрҙең күплегенән күҙҙәр ҡамаша. Уларҙың ҡайһы берҙәре иртә яҙҙан алып, көҙгә тиклем сәскәлә ултырһа, икенселәре япраҡтарының матурлығы менән баҡсаға йәм өҫтәй. Төрлө сорттағы георгиндар ҙа иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уңғанлыҡтан тыш, күпме фантазия һалынған бында. Алмағастар төбөндә «бәшмәктәр» үҫеп ултыра. Хужабикәнең тырыш ҡулдары менән яһалған күлдә уйынсыҡ өйрәк йөҙә, ә ярын торналар төйәк иткән. Үрелгән ситән дә баҡсаға сихрилек өҫтәй, йән өрә. Бына ағас түмәрҙәренән эшләнгән паровоз. Ә вагондарҙа, әлбиттә, сәскәләр үҫеп ултыра. Усаҡҡа эленгән ҡаҙанда ла — сәскәләр.

Һәр ерҙә матурлыҡты күрә белгән, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙырған Гөлфинә Үҙәнбаева бәйләргә, сигергә лә оҫта. Уның һәр эшенән күңел йылыһы бөркөлөп тора. Әүҙем апай концерттарға, күргәҙмәләргә йыш йөрөй. Үҙе район Мәҙәниәт йортондағы «Аҡ ҡалфаҡ» вокаль-фольклор ансамбле ағзаһы. Ошо коллектив менән республика кимәлендәге әллә күпме мәртәбәле бәйгеләрҙә ҡатнашҡан. Ул мөмкинлегем булһа, республикала үткән бер генә милли рухлы сараларҙы ла ҡалдырмаҫ инем, ти. Әйткәндәй, Ҡариҙелдә үткән X республика Шәжәрә байрамына ла әхирәте Сәлихә Хәбибйәнова менән барып ҡайтҡан. «Дуҫлашыуыбыҙға 15 йыллап, ә уның дәрт-дарманына һаман аптырайым. Иртәгә ҡайҙа алып китерен, нимә уйлап тапҡанын бер ҡасан да белмәйһең. Балмаскарадҡа йыл да кейенеп барабыҙ. Һабантуйҙарҙа халыҡ уйындарында ихлас ҡатнашабыҙ. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла шөғөлләнәбеҙ. Әйткәндәй, эшләгән сағында ойошмаһы исеменән күп тапҡырҙар төрлө ерҙә саңғы ярыштарында ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Шуны билдәләһем килә, ул һәр ерҙә беренсе. Уйын башлаусы ла, йыр башлаусы ла Гөлфинә», — тип һөйләне Сәлихә апай.

Эшкә тилбер, терегөмөш кеүек теремек Гөлфинә апайға «Афарин!» тибеҙ. Тап шундай тынғыһыҙ, күңелендә йәшлек дәрте һүнмәгән кешеләр эргәләрендәгеләрҙең дә йәшәүен мәғәнәлерәк, күңеллерәк итә лә инде.
Читайте нас: