Әйтеп үтергә кәрәк, был проект Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Ҡушымта башҡорт телен мауыҡтырғыс уйын формаһында өйрәнеү һәм популярлаштырыу өсөн һөҙөмтәле инструмент булып хеҙмәт итәсәк. Шулай уҡ йәш быуындың иғтибарын да йәлеп итеүгә шигебеҙ юҡ. Уйын башҡорт теле менән танышыу ғына түгел, ә һүҙлек запасын, орфографик һәм телмәр күнекмәләрен әүҙем үҫтереү мөмкинлеген дә бирә. Интерактив формат һәм мәғлүмәткә бай булыуы арҡаһында тел өйрәнеү процесы төрлө йәштәге ҡулланыусылар өсөн дә уңайлы буласаҡ. Ошо һылтанма аша үтеп уйнағыҙ, дуҫтарығыҙҙы ла саҡырығыҙ: https://vk.com/app52467435 Уйын барышында хаталар килеп сығыуы ихтимал, фекерҙәрегеҙ, кәңәштәрегеҙҙе яҙып ҡалдырһағыҙ, рәхәмәтле булырбыҙ. Был, иһә, уйындың етешһеҙлектәрен тиҙ арала бөтөрөргә ярҙам итәсәк: https://vk.me/akylkey