"Башҡортостанда „Нефтехим тәжрибә заводы“ акционерҙар йәмғиәте, „Ауырлыҡ ҡорамалдары заводы” сауҙа йорто, „Форт Диалог“ дәүләт компанияһы һәм „Өфө селекция-гибрид үҙәге“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ике көнлөк уҡыу үтте. Дәрестәр предприятиеның финанс структураһына яңыса ҡарарға, проблемаларҙы асыҡларға һәм идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирә. Әгәр һеҙҙең предприятиеға финанс сығымдарһыҙ үҙгәрештәр кәрәк икән, республика үҙәк комитеты эксперттары һеҙгә ярҙам итәсәк», — тип һөйләне республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Мәҫәлән, декомпозиция дәрестәрендә ҡатнашыусылар төрлө кимәлдәге маҡсаттар араһында бәйләнеш булдырыу, яуаплылыҡ зонаһын бүлеү тураһында белә, хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм эшкә индергән өлөшөн баһаларға өйрәнә. Ҡатнашыусылар, алған белемдәр ярҙамында яңы перспективалы ҡарарҙар табырға мөмкин, тип билдәләнде.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» (национальный проект “Производительность труда”) милли проекты илдә йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа арттырыу өсөн шарт булдырырға тейеш. Бизнесҡа ярҙам итеү өсөн саралар комплексы, шул иҫәптән финанс дәртләндереү һәм предприятиелар эше буйынса эксперттарға консультациялар әҙерләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән 2019 йылда старт ала.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-08-29/d-rt-predpriyatie-a-syl-eteshtererg-yr-nde-3410760